Семинарҙы ауыл хужалығы идаралығы начальнигы Н.Ғ. Насретдинов асты һәм МТС Миәкә филиалы директоры А.Х. Садиҡовҡа һүҙ бирҙе. Ул яҙғы-баҫыу эштәренә әҙерлек, филиалдың башҡа хужалыҡтарына ла хеҙмәттәр күрһәтеү мөмкинлеге тураһында һөйләне.
Ҡоро Иҙәк фермаһы мөдире З.З. Йосопов саҡырылыусыларҙы тармаҡтағы хәлдәр торошо менән ҡыҫҡаса таныштырҙы.
Бер нисә йыл элек бында һауын һыйырҙары аҫралған. Быйыл ферма тәү тапҡыр таналарҙы үрсетеү майҙансығы булып тора. Әле бында 732 баш һыйыр малы аҫрала, шуларҙың 400-е- ҡыҫыр, ҡалғандары йәш малдар. Ҡышлатыу уңышлы үтте. Мал аҙығы менән проблема юҡ. Коллективта 12 кеше эшләй, барыһы ла намыҫлы, тырыш,- тине Зиннур Зәкәриә улы.
Семинарға килеүселәр малдар аҫралған кәртәләрҙе ҡараны. Бер юлы ферма мөдире ҡасырыуысулы, йәштәре һәм ҡасырылған таналарҙың ауырлығы тураһында ентекле аңлатты. Бухгалтерия хеҙмәткәрҙәре ферма мөдиренең документацияны алып барышы менән танышты.
Ветеринария станцияһы үҙ сиратында малсылыҡ биналарын эшкәртеү һәм дезинфекциялау буйынса заманса ҡоролмаларын күрһәтте. Шулай уҡ хужалыҡ етәкселәренә санитар эшкәртеүҙә кәрәкле саралар үткәрергә мөмкин булған күсереп йөрөтөүгә еңел һәм автомобиль әрйәһенә ҡуйыла торған һауыттарҙы тәҡдим итте.
Семинарҙа ҡатнашыусылар “Илеш РТП-һы” йәмғиәте вәкилдәре менән осрашты, улар үҙ сиратында тимер каркаслы тентлы япмалы биналарҙың һәм ҡоролмаларҙың өҫтөнлөгө тураһында һөйләне. Арзан, еңел етештереү мөмкинлегенә эйә булыу һәм күп функциялылыҡ- ҡоролмаларҙың төп үҙенсәлектәре.
Семинарға ауыл хужалығы идаралығы начальнигы Н.Ғ. Насретдинов йомғаҡ яһаны.