+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Май 2018, 11:43

Балаларҙың яҡшы уҡыуын теләне

Йыл һайын майҙа генерал- полковник, Советтар Союзы Геройы, РФ Дәүләт Думаһы депутаты Николай Тимофеевич Антошкин тыуған яғына ҡайта. Был юлы ул иң тәүҙә Бөйөк Ватан һуғышында һәм ҡыҙыу нөктәләрҙә һәләк булған яҡташтары һәйкәленә сәскә һалды.

Гончаровка ауылы клубында уны икмәк-тоҙ, матур концерт номерҙары менән ҡаршы алдылар.

Николай Тимофеевич тормош юлы, Бөйөк Ватан һуғышы, Совет армияһының Европаны фашистарҙан азат итеүҙәге роле тураһында һөйләне. Советтар Союзы Геройҙары, Рәсәй Федерацияһы Геройҙары һәм Мәскәү һәм Мәскәү өлкәһендәге Дан орденының тулы кавалерҙары Төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһының рәйесе булараҡ, уның эше менән таныштырҙы. Балаларҙың яҡшы уҡыуын, спорт менән шөғөлләнеүен, лайыҡлы йәшәргә ынтылыуҙарын һәм Ватанды һаҡларға әҙер булыуҙарын теләне.

Район хакимиәте башлығы Венер Фәрит улы Насретдинов 9 май байрамының нисек яуланыуы тураһында әйтте, Герой яҡташыбыҙға тыуған яғына ҡайтҡаны, иғтибары, ярҙамы өсөн рәхмәт белдерҙе.

Кузьминовкала - Антошкиндың тыуған мәктәбендә - уҡыусылар уны түҙемһеҙләнеп көтә ине. Уның килеүенә һәм 9 майға арнап балалар әҙәби-музыкаль композиция әҙерләгәйне. Николай Тимофеевич уларға, уҡытыусыларға, мәктәп директорына матур осрашыу ойошторғандары өсөн рәхмәтен белдерҙе һәм бүләктәр тапшырҙы. Мәктәп музейы Рәсәй, Хәрби Һауа көстәре әләмдәре, Еңеү байрағы күсермәләре, Чернобылдәге фажиғә ваҡытында авиация хәрәкәттәре тураһындағы видеофильм, китаптар һәм башҡа экспонаттар менән тулыланды.

Был әһәмиәтле көндә Гончаровка һәм Кузьминовка ауылдары мәктәптәре уҡыусылары йәш армиясылар сафына алынды. Тантаналы сара һәм Геройҙың килеүе уларҙың күңелендә оҙаҡ һаҡланыр, сөнки уҡыусылар өлгө булырлыҡ Герой яҡташынан күп ҡыҙыҡлы нәмәләр белде.


Татьяна ЗӘЙНУЛЛИНА.


Автор фотоһы.
Читайте нас: