-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Май 2018, 12:00

Пенсияла ла күңелле йәшәп була

Үрге Яуыш ауылының пенсия йәшендәге ҡатын-ҡыҙҙары телевизор алдында ултырырға күнекмәгән. “Аҡ әбиләр” ойошмаһы һәм ҡатын-ҡыҙҙар советы инициативаһы буйынса “Хужабикә” клубы эшләй башланы. Совет менән берлектә ауыл клубында, мәсеттә үткәрелгән бөтә сараларҙы ойоштороуҙа һәм үткәреүҙә ҡатнашабыҙ.

“Хужабикә” клубы ағзалары аҙна һайын шаршамбы осраша һәм көндөҙгө сәғәт икенән киске алтыға тиклем ваҡытты бергә уҙғарабыҙ. Бында 50 йәштән өлкәнерәктәр йыйыла. Арабыҙҙа 75 йәшлектәр ҙә бар. Беҙ бергәләшеп бәйләйбеҙ, сигәбеҙ, үҫентеләр, төрлө сәскәләр үҫтереү тәжрибәһе менән уртаҡлашабыҙ. Кулинария буйынса дәрестәр ҙә мауыҡтырғыс үтә. Башҡаларҙы ла өйрәтәбеҙ, үҙебеҙ ҙә өйрәнәбеҙ.

Бәйләү буйынса мастер-кластарҙы Мәхрүсә Ибәтуллина үткәрә. Уның эштәре араһында бәйләнгән ойоҡбаштар, береттар, кофталар һәм башҡа нимәләр бар.

Асия Мөхтәрова ырғаҡ менән бәйләргә өйрәтә. Лилиә, роза сәскәләре менән ҡулъяулыҡтар сигә. Эш араһында йырлап та алабыҙ, шиғырҙар һөйләйбеҙ, Асия Хөснулла ҡыҙы ойошторған халыҡ уйындарын уйнайбыҙ. Ул 30 йылдан ашыу ауыл китапханаһында эшләй. Һуңғы йылдарҙа ауылдың ҡатын-ҡыҙҙар советын етәкләй. Уның әүҙемлегенә таң ҡалырлыҡ, эштә лә өлгөрә, өҫтәмә түңәрәк тә, йәмәғәт эштәре лә алып бара. Ул-тоғро ҡатын, һөйөклө әсә, хәстәрлекле өләсәй ҙә. Уның менән эшләүе рәхәт.

Әле өмәләр башланды. Беҙ, “Хужабикә” һәм “Аҡ әбиләр” клубы ағзалары, был сараларҙа әүҙем ҡатнашырға йыйынабыҙ.


Р. ДАШКИНА,

“Аҡ әбиләр” клубы етәксеһе.
Читайте нас: