-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Май 2018, 13:12

Үҙҙәре аяҡ кейеме эшләгән

Яратҡан шөғөлө булмаған ҡатын-ҡыҙ юҡтыр, моғайын. Кемдер сәскәләр үҫтерә, кемдер ҡул эштәре менән мауыға. Мауығыуҙар төрлө була.

Бала Сытырман күп функциялы клубында “Ағинәйҙәр” клубында ҡатнашыусылар оҫталыҡ дәресе ойошторҙо. Бының өсөн яҡташтарын - Стәрлебаш районынан М. Әһлиуллина менән Яңы Яуыш ауылынан Ә. Юлҡотлинаны саҡырҙы.

Мөнирә Йәһүҙә ҡыҙы ҡатын-ҡыҙҙарҙы кейеҙҙән шипатай (тапочка) баҫырға өйрәтте. Был эш уларҙың күңеленә хуш килде. Улар яҡташтарының эшен күҙәтеп, уның артынан ҡабатлап барҙы. Тырышлыҡтары арҡаһында һәр ҡайһыһы йылы, матур, йомшаҡ аяҡ кейеме эшләне.

Икенсе өҫтәл артында ла эш ҡайнап торҙо. Бында Әлфиә Сөнәғәт ҡыҙы башҡорт биҙәүесе- түшелдерек, һаҡал яһау нескәлектәренә өйрәтте. Ул һәр эш этабын аңлатып, күрһәтә барҙы. Был бик күп көс талап иткән, мауыҡтырғыс шөғөл булып сыҡты.

Ҡул эштәре оҫталарын балалар сәнғәт мәктәбе уҡыусылары (етәкселәре Ф.Ҡотлогилдина) музыкаль номерҙар менән дәртләндереп һәм илһамландырып торҙо.

Артабан ҡатын-ҡыҙҙар татлы ризыҡтарҙан ауыҙ итте, сәй табыны артында тәьҫораттары менән бүлеште, бындай оҫталыҡ дәрестәрен йышыраҡ үткәрергә, тигән һығымтаға килде. Киләһе дәрестә шулай уҡ кейеҙҙән жилет эшләргә ҡарар ителде.

Л. ҒАФФАРОВА.

А. Кривоконь фотоһы.
Читайте нас: