+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Май 2018, 12:38

Ярҙамдары өсөн рәхмәтлебеҙ

Кирюшкин ауылына ингәндә һул яҡлап Макаровтарҙың бөхтә йорто урынлашҡан. Туҡһанынсы йылдар аҙағында- ике меңенсе йылдар башында Анатолий менән Наталья өй туйы үткәргән. Өйҙәре ҙур, күп бүлмәле, бөтә уңайлыҡтары бар. Унда ике ғаилә- Макаровтар һәм Зубаревтар йәшәй. Яҙмам- ошо эшһөйәр һәм өлгөлө ғаиләләр хаҡында.

Анатолий Николаевич менән Наталья Васильевна татыу ғүмер итеүҙәренең 30 йыллығын билдәләгән. Өс бала тәрбиәләп үҫтергәндәр. Бөтәһе лә тормошта үҙ урынын тапҡан. Өлкән ҡыҙҙары Татьяна ире Дмитрий һәм өс балалары менән ата-әсәһендә йәшәй.

-Алты йыл инде татыу ғүмер итәбеҙ. Ҡыҙым менән кейәүемә балалар тәрбиәләшеп йәшәйбеҙ,- ти хужабикә.- Ирем вахта ысулы менән Себерҙә эшләй. Ҙур хужалыҡ аҫрайбыҙ. Ирем булмағанда балалар ярҙам итә. Уларҙан, ейән-ейәнсәрҙәребеҙҙән башҡа тормошобоҙҙо күҙ алдына ла килтермәйбеҙ. Байрамда ҡоҙаларға ҡунаҡҡа барҙыҡ. Ошо ваҡыт эсендә лә уларҙы һағынып ҡайттыҡ, шул тиклем күнеккәнбеҙ уларҙың янда булыуына,- тип асылып һөйләште Наталья Васильевна.

Зубаревтарҙың йәш ғаиләһе үҙҙәренә йорт һалырға булған.

-Нигеҙе бар, йәйен дауам итергә уйлайбыҙ,- ти Дима.- Ҡайным һымаҡ Себерҙә эшләйем, ул ҡайта, мин китәм.

“Атай-әсәйҙән айырым йәшәргә теләйһегеҙме?”-тигән һорауыма ҡыҙҙары Татьяна баш һелкте. Ата-әсәһенә ярҙамдары өсөн рәхмәтле булыуҙарын әйтте:

-Улар һәр саҡ ярҙам итә, иң мөһиме- балалар ҡараулы, өй эштәре эшләнгән. Аҡса менән дә ярҙам итәләр,-ти ул.

Әле ата-әсәләре менән бер түбә аҫтында йәшәгән ғаиләләр һирәк күренеш. Макаровтарҙың һәм Зубаревтарҙың ғаиләһендә тиҙҙән йәштәрҙең үҙ йортона күсәсәген яҡшы аңлайҙар. Нәҡ ошо мәлдә ата-әсәнең ярҙамы мөһим. Макаровтарҙың ҡыҙҙары-кейәүҙәренең ҡасан да булһа үҙҙәренең балаларына ярҙам итәсәктәренә ныҡлы ышанабыҙ. Сөнки улар балаларына изгелек, булышлыҡ, берҙәмлек, бер-береһенә терәк булыу өлгөһө булып торалар. Балаларҙы үҙ өлгөңдә тәрбиәләү, һүҙ менән аҡыл өйрәтеүгә ҡарағанда мөһимерәк тә, файҙалыраҡ та. Кирюшкин ауылында йәшәүсе Макаровтарҙан быға өйрәнергә була.

Татьяна менән Дмитрийҙың да быуындар күсәгилешлеген һаҡлап ҡалыуына ышанабыҙ.

Гәрәй ХӘЛИТОВ.

Фәнис АҠСУРИН фотоһы.
Читайте нас: