-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Май 2018, 12:50

Иман йорто буласаҡ

Элекке “Пугачев” совхозы бинаһы урынында күптән түгел өмә ойошторолдо. Унда ауыл халҡы, Мәләүез, Күмертау, Салауат, православ йәштәр хәрәкәте ағзалары, Воскресный мәктәбе уҡыусылары, Епархия идаралығы хеҙмәткәрҙәре, атамандар, ҡаҙаҡтар, шулай уҡ храмдар настоятелдәре, Салауат ҡалаһы кафедраль соборы, Мусино микрорайоны, Дедово ауылы Покров-Эннат монастыре вәкилдәре, Ишембай, Мәләүез, Күмертау ҡалалары, Ермолаево ауылы храмдарынан 150-нән ашыу кеше әүҙем ҡатнашты.Православие дине әһелдәренең экологик өмәһендә ҡатнашыусылар бер нисә отрядҡа бүленде. Беренселәре сүп-сар һәм япраҡ йыйҙы, икенселәре совхоз контораһының эсендә тәртип булдырҙы, өсөнсөләре ҡороған ағас-ҡыуаҡтарҙы ҡырҡты, дүртенселәре көнкүреш һәм төҙөлөш сүп-сарын йыйҙы, иҫке тәҙрә рамдарын һүтте.Көн аҙағында бина үҙгәрҙе һәм төҙөлөш, ремонт һәм реставрациялау эштәренә әҙер булды. Киләсәктә был урында иман йорто төҙөргә планлаштырыла.Оксана БУРКИНА.Фото Салауат ҡалаһы Епархияһынан алынды.

Элекке “Пугачев” совхозы бинаһы урынында күптән түгел өмә ойошторолдо. Унда ауыл халҡы, Мәләүез, Күмертау, Салауат, православ йәштәр хәрәкәте ағзалары, Воскресный мәктәбе уҡыусылары, Епархия идаралығы хеҙмәткәрҙәре, атамандар, ҡаҙаҡтар, шулай уҡ храмдар настоятелдәре, Салауат ҡалаһы кафедраль соборы, Мусино микрорайоны, Дедово ауылы Покров-Эннат монастыре вәкилдәре, Ишембай, Мәләүез, Күмертау ҡалалары, Ермолаево ауылы храмдарынан 150-нән ашыу кеше әүҙем ҡатнашты.

Православие дине әһелдәренең экологик өмәһендә ҡатнашыусылар бер нисә отрядҡа бүленде. Беренселәре сүп-сар һәм япраҡ йыйҙы, икенселәре совхоз контораһының эсендә тәртип булдырҙы, өсөнсөләре ҡороған ағас-ҡыуаҡтарҙы ҡырҡты, дүртенселәре көнкүреш һәм төҙөлөш сүп-сарын йыйҙы, иҫке тәҙрә рамдарын һүтте.

Көн аҙағында бина үҙгәрҙе һәм төҙөлөш, ремонт һәм реставрациялау эштәренә әҙер булды. Киләсәктә был урында иман йорто төҙөргә планлаштырыла.

Оксана БУРКИНА.

Фото Салауат ҡалаһы Епархияһынан алынды.
Читайте нас: