Уларҙың сәхнә тултырып баҫып тороуҙары, кесеһенән алып олоһона тиклем йырлап-бейеп сығыш яһауҙары үҙе бер тамаша булды. Ғаиләләр менән танышҡандан һуң, конкурстар һәм төрлө уйындар үткәрелде. Ижади һәләттәрҙән тыш, ғаилә ағзалары кулинария буйынса ла оҫталыҡтарын күрһәтте. Алып барыусы Багаева Рузалия Хәмит ҡыҙы ҡатнашыусы ғаиләләрҙе сәхнәгә саҡырып, башта балаларға, унан атай-әсәйҙәргә төрлө ҡыҙыҡлы һорауҙар биреп, ҡатнашыусыларҙың отҡорлоҡтарын, төрлө тормош хәлдәренән еңел сыға белеүҙәрен асыҡланы.
Бөтә һынауҙарҙы уңышлы үтеп, «Данлыҡлы ата-әсәйҙәр» номинацияһында еңеү яулаған Венер һәм Айгөл Хәлитовтар тамашасыларҙы матур сығыштары менән һөйөндөрҙө.
“Ижади ғаилә” номинацияһында еңеүсе Урал һәм Дамира Хәмитовтар ғаиләһе үҙҙәрен үҙенсәлекле итеп таныштырып, тамашасыларға “ Мөхәббәт” йырын бүләк итте.
“Минең ғаиләм- минең байлығым» номинацияһында еңеүсе Фәһим менән Хәлиҙә Хәлитовтар көстөң берҙәмлектә булыуын иҫбатлап, ғаиләнең татыулығын, бер-береһенә булған ихтирамлы мөнәсәбәтен һәр сығышында сағылдырҙы.
«Ағинәйҙәр» клубы етәксеһе Х.Ш. Багаева башҡарыуындағы Әнғәм Атнабаевтың шиғырын тыңлағанда күптәрҙең күҙҙәрендә йәштәр күренде. Ошо сығыштан һуң ғына ла әсә хаҡының ниндәй оло, ғаилә ҡиммәттәренең шул тиклем изге икәнлегенә тағы бер ҡат инанғандыр тамашасы.
Ғаилә ҡиммәттәрен нығытыуға арналған сарала ҡатнашыусы ғаиләләрҙең барыһы ла еңеүсе тип билдәләнде.
Конкурста ҡатнашып еңеү яулаған ғаиләләрҙе тәбрикләү өсөн район мәҙәниәт йортоноң ҡуйыусы-режиссеры Нурания Мортазина сәхнәгә күтәрелеп: “Тап ошондай ғаиләләр илебеҙҙең ныҡлығын билдәләй ҙә инде”, – тине. Уларға ауыл хакимиәте башлығы В.М. Аҡсурин Рәхмәт хаттары һәм жюри рәйесе Г.М. Әлимғужина шәхси эшҡыуарҙарҙың махсус бүләктәрен тапшырҙы.
Ғаилә байрамы ауыл мәҙәниәт йорто тарафынан әҙерләнгән матур концерт номерҙары менән аралашып барҙы. Тамашасылар “Ағинәйҙәр» клубы ағзалары башҡарыуындағы йырҙарҙы яратып ҡабул итте. Сара күмәкләшеп фотоға төшөү менән тамамланды.
Байрам тамамланғандан һуң да сәхнәнән бер кем дә китергә ашыҡманы. Матур ғаиләләрҙе ҡотларға туғандары, яҡындары ла килгәйне.
Татыулыҡ, изгелек хөкөм һөргән ғаиләләрҙең күберәк булыуын, уларға именлек, һаулыҡ, ә иң мөһиме –мөхәббәт теләйбеҙ.