+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Июнь 2018, 11:27

Практикала ла, теорияла ла оҫталар

Яҙғы баҫыу эштәре башланыу менән районыбыҙҙа механизаторҙар араһында һөнәри көнәркәшлек конкурсы старт алды. Йомғаҡтар яһағанда ул иң һәйбәт ун баҫыу эшсеһен билдәләне. Улар араһында ошо көндәрҙә өс һөнәри оҫталыҡ лидерын һайланылар.

Иң һәйбәт унау исемлегенә инер өсөн механизаторҙар үҙ хужалыҡтары баҫыуҙарында юғары һөҙөмтәләр күрһәттеләр. Башлыса улар тәжрибәле, ышаныслы, тырыш кешеләр. Йыл һайын уларға тупраҡты әҙерләү, тырматыу, сәсеү, ҡышҡы ваҡытта – ҡар эттереү, тиреҫ түгеү, техника ремонтлау эштәре йөкләтелә.

Ярыш башланыр алдынан бөтәһен дә Ауыл хужалығы идаралығы начальнигы Н.Ғ. Насретдинов, баш инженер Р.Б. Хәлитов сәләмләне. Улар ҡатнашыусыларға күтәренке кәйеф һәм еңеү теләне. Фёдоровка районы буйынса Дәүләт техник күҙәтселеге инспекторы Ю.А. Шлентов конкурстың практик өлөшө биремдәре менән таныштырҙы. Механизаторҙарға тағылмалы МТЗ тракторын ҡабыҙырға, уға ултырып билдәле ергә тиклем барырға, арты менән боксҡа индерергә кәрәк булды. Рулгә ултырыу алдынан ҡатнашыусылар май кимәлен тикшерҙе һәм тракторҙың техник күҙәтеүен үткәрҙе. Теоретик өлөштә билеттар буйынса тестлау булды. Ауыл хужалығы техникаһын хәүефһеҙ файҙаланыу, юл хәрәкәте ҡағиҙәләре буйынса һорауҙарға яуап бирҙеләр. Бөтәһе лә был биремдәрҙе һәйбәт үтәне.

Йомғаҡтар яһағанда 120,7 балл йыйып М.В. Фрунзе исемендәге ауыл хужалығы кооперативынан Флүз Сабитов еңеүсе булды. 119,5 балл йыйған “Искра” йәмғиәте механизаторы Валерий Буркинға икенсе урын бирелде. Өсөнсө урында - “Азат” йәмғиәтенән Анатолий Михайлов. Ул 106,9 балл йыйғайны. Еңеүселәрҙе “Һабантуй-2018” байрамында бүләкләйәсәктәр.


Татьяна ЗӘЙНУЛЛИНА.

Роман ПОДПОРИН фотоһы.
Читайте нас: