Быйыл күргәҙмә экспонаттары төрлө ине. “Гермес” ҡулланыусылар йәмғиәте оҫтабикәләре тәмле икмәк, кондитер продукцияһын теҙгәйне. Фёдоровкаларға һәм район ҡунаҡтарына уларҙың продукцияһы оҡшай, улар гел бәлештәренең, күмәстәренең киң ассортименты менән шатландыра. Быйыл тәүге тапҡыр үҙенең татлы продукцияһын Өсбүләк ауылынан “Бүләк” кондитер цехы тәҡдим итте. “Мәләүез һөт-консерва комбинаты” йәмғитәтенең структуралы бүлексәһе булған Фёдоровка һөт заводы өҫтәлгә эремсек, ҡорот, десерттар ҡуйғайны. Эргәлә генә “Азат” йәмғиәтенең хеҙмәткәре шулай уҡ һөтсөлөк продукцияһын тәҡдим итте. Уның янында “Балыҡ” балыҡсылыҡ хужалығы”нан бассейнда балыҡтар йөҙә ине.
Район типографияһы традицион баҫма продукция ғына етештереп ҡалмауын, ә шулай уҡ башҡорт, татар, рус телдәрендә китаптар баҫтырыуҙарын да күрһәтте. Шунда уҡ “Ашҡаҙар таңдары” район гәзите редакцияһы почтальондар менән берлектә Яҙылыусы көнөн үткәрҙе. Яҡында ғына “Берҙәм Рәсәй” сәйәси фирҡәһенең урындағы бүлексәһе үҙенең буклеттарын һәм мәғлүмәти ҡағыҙҙарын теҙгәйне.
Күргәҙмәлә Весёловка ауылынан ҡул оҫтаһы В.С. Григорьеваның эштәре – сыуаш баш кейемдәре – хушпа, тухья, елкәгә, маңлайға ҡуйылыусы биҙәүестәр менән танышырға мөмкин булды. Үҙҙәренең сигелгән картиналарын һәм әйберҙәрен Л.П. Сиднева (Алёшкин), Т.Н. Луконина (Фёдоровка), А. Абдуллина (Ҡораласыҡ) күрһәтте. Оло Сытырман ауылынан М. Солтанғолов үҙенең ағастан эшләнгән изделиеларын килтергән. Яңы Яуыштан Л.З. Сәлимйәнова ҡунаҡтарҙы үҙенең бәйләнгән аҡҡоштары менән таныштырҙы, шулай уҡ йомшаҡ мамыҡ шәлдәрен, шарфтарын, косынкаларын да күрһәтте. Балыҡлыбаш ауылынан К. Абдуллинаның сигелгән алъяпҡыстары, мендәр тыштары, таҫтамалдары иғтибарҙы йәлеп итте. Күптәр билдәле рәссамдар – яҡташтарыбыҙ Әнүәр Кәшәевтың, Владимир Панченконың, Мөнир Зөбәйеровтың, Алина Баҡыеваның рәсемдәре ҡуйылған стенд эргәһендә туҡтап, уларҙың картиналары менән һоҡланды. Шулай уҡ Балалар сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы Т. Угольникованың эштәре менән дә танышырға мөмкин ине.
Ғаилә йылына үҙәк район китапханаһы “Мәҙәниәттәр һәм традициялар төрлө төҫлөлөгө” стендын күрһәтте. Ижад үҙәге күргәҙмәгә район мәктәптәре уҡыусыларының ҡул эштәрен алып килгән. Бәләкәй генә матур умартасы эргәһенән вайымһыҙ уҙып китеү мөмкин түгел ине – кеше ҙурлығындағы был макетты Михайловка мәктәбенең 6 синыф уҡыусыһы В. Блинников эшләгән. Бында шулай уҡ “Ғаилә - тормош шишмәһе” стендында район уҡыусыларының ғаилә гербтары менән дә танышырға мөмкин булды.