+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Июнь 2018, 11:28

Күркәм тантана, йөрәктәр йылылығы, оҫталыҡ, талант байрамы

Быйылғы Һабантуй насар һауа торошо буйынса рекорд ҡуйҙы, ахры. Тик ерҙә, фермала һәм ярҙамсыл хужалыҡтарҙа хеҙмәт менән сыныҡҡан халҡыбыҙҙы бының менән ҡурҡытырмын тимә. Йылыраҡ кейенеп, сараға бик күп кеше килде.

Һабантуйҙың тантаналы өлөшөндә был юлы ла ойоштороусылар матур, сағыу, иҫтә ҡалырлыҡ тамаша әҙерләгәйне.

Музыкаль-хореографик композиция Батыр һәм Торна образдарында башҡорт халҡының рухын сағылдырҙы. “Сыңрау торна” моңо, ҡурай тауышы аҫтында башланған тантана өшөгән тамашасыларҙы бер аҙ йәнләндерҙе. Ваҡыты-ваҡыты менән тамған ямғыр тамсыларына, уларҙы алмаштырған ҡар бөртөктәренә лә иғтибар итмәнеләр, тиерлек. Дикторҙар Алексей Турбин һәм Тәскирә Ғәлина иҫебеҙгә төшөрөүенсә, был көй, ҡурай моңо юҡҡа ғына яугирҙәргә дошманды еңергә булышлыҡ итмәгән, батырлыҡтарға илһамландырмаған, тағы ла аяуһыҙланып алышырға мәжбүр итмәгән. Күренеш “Замандаш” халыҡ ансамбленең йырҙары менән алмашына. Башҡортостандың татыу күп милләтле халҡын, республиканың сәскә атыуын символлаштырып, төрлө төҫлө сәскәләр теҙелде, ә уртала – ҡояш – мәктәп уҡыусылары башҡарыуындағы тамаша, күңелле бейеүҙәр. Байраҡ йөрөтөүселәрҙең, бейеүселәрҙең матур, ритмлы хәрәкәттәре күңелде биләп ала.

Районыбыҙҙа йәшәгән биш төп халыҡтың: рус, башҡорт, татар, мордва, сыуаш милли костюмдарын кейгән ҡыҙҙар икмәк-тоҙ менән район хакимиәте башлығы В.Ф. Насретдиновты һәм байрамдың мәртәбәле ҡунаҡтарын ҡаршы ала. Улар трибунаға үтә. Район хакимиәте башлығы байрамды асыҡ тип иғлан итә.

Һабантуй-2018 байрағын күтәреү хоҡуғы һабансылар конкурсында еңеүсе булған М.В. Фрунзе исемендәге кооператив механизаторы Флүз Сабитовҡа, машина менән һөт һауыу операторҙары ярышында беренсе урынды яулаған “Искра” йәмғиәте һауынсыһы Ирина Павловаға, Динес ауылынан милли көрәш буйынса БР чемпионы Илдус Кантимеровҡа бирелде.

-Традиция буйынса, яҙғы баҫыу эштәренән һуң, райондың иң яҡшы хеҙмәткәрҙәре – производство алдынғылары менән уларға еңел булмаған фиҙаҡәр эштәре өсөн рәхмәт әйтер өсөн осрашыуға йыйылдыҡ, - тип башланы сығышын Венер Фәрит улы. Быйыл район үҫешенең ыңғай динамикаһын билдәләп, төп моменттарҙы һәм иҡтисади күрһәткестәрҙе ҡылыҡһырланы. Шулай, 5 ай эсендә тулайым ауыл хужалығы продукцияһын етештереү 561 млн. һум (2017 йылдың шул уҡ осорона ҡарата 111%) тәшкил итте. Иң юғары күрһәткестәр – М.В. Фрунзе ис. кооперативта, “Башҡорт ҡаҙы”, “Искра”, “Азат”, “Линар” йәмғиәттәрендә. Бөтә кооперативтар һәм крәҫтиән-фермер хужалыҡтары ла билдәләнгән агротехник ваҡытҡа бөтә яҙғы баҫыу эштәре комплексын үтәне. 70 меңдән ашыу гектар майҙанға сәселгән, шуларҙан яҙғы иген һәм иген-ҡуҙаҡлы культуралар майҙаны – 52 мең га (2017 йыл кимәленә ҡарата +2 мең га), 10 мең гектарға техник, шулай уҡ 800 гектарға юғары килемле культуралар – гәрсис, рапс, киндер, нут сәселгән. 8,8 мең гектарҙан ашыу ерҙә - мал аҙығы культуралары.

Үҙ-ара тикшереү һөҙөмтәләре буйынса, иң яҡшылары тип М.В. Фрунзе ис. кооператив (етәксеһе Ф.З. Ғәлиев), “Нива” йәмғиәте (етәксеһе Б.З. Дәүләтбаев), “Азат” йәмғиәте (етәксеһе А.В. Әминев) танылды. Йыл башынан малсылыҡ продукцияһын етештереүҙә юғары күрһәткестәргә “Азат”, “Линар”, “Нива”, “Искра” йәмғиәттәре, М.В. Фрунзе ис. кооператив иреште. Район буйынса бер һыйырҙан уртаса һауым бөгөн 1394 кг һөт тәшкил итә (былтырғы йыл кимәленә ҡарата 1410 кг-ға артығыраҡ), уртаса тәүлеклек артым 481 г (+107 г).

Ауыл хужалығы производствоһын үҫтереүгә райондың 79 крәҫтиән-фермер хужалығы ҙур өлөш индерә. Г.М. Рощупкин (Ключёвка ауылы), И.М. Насиров (Өсбүләк), С.Ф. Насиров (“Яһаҡлы”, Балыҡлы), И.Ш. Аҡсурин (Батыр) крәҫтиән-фермер хужалыҡтары башлыҡтары айырыуса тырышып эшләй.

БР Башлығы, республика Хөкүмәте һәм Ауыл хужалығы министрлығы ярҙамы арҡаһында районыбыҙ эшсәндәре, хужалыҡтарыбыҙ 25 млн. һумдан ашыу суммала ярҙам, 105 млн һум суммаға 5 һәм 6% менән льготалы кредиттар алды. Район башлығы үҙенең сығышын район эшселәренә рәхмәт белдереүе, һәйбәт байрам кәйефе теләүе менән тамамланы.

Үҙҙәренең ҡотлау сығыштарында БР Хөкүмәте премьер-министры, республиканың ауыл хужалығы министры Илшат Илдус улы Фазрахманов, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Рүзәлиә Сәфиулла ҡыҙы Хисмәтуллина республикабыҙҙа үҙенең лайыҡлы урынын биләп торған районыбыҙ үҫешенең өҫтөнлөклө мөмкинлектәрен билдәләне. Артабан район производствоһы алдынғыларына БР Министрлығының, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың һәм БР Фёдоровка районы МР хакимиәтенең Маҡтау грамоталары тапшырылды.

Читайте нас: