Бына “Агробазис” кооперативы тирмәһе. “Агробазис” ауыл хужалығы тәьмин итеү-һатыу эшкәртеү кооперативы 2015 йылда “Башҡорт ҡаҙы” йәмғиәте базаһында булдырылды. Бөгөн предприятие крәҫтиән-фермер, шәхси ярҙамсыл хужалыҡ шарттарында ситлек йыһаздарын файҙаланып, йәш ҡош-ҡортто ҡатнаш үҫтереү технологияһын уңышлы үҫтерә. Ихатала махсус ситлектәрҙә тауыҡтар, ҡаҙ бәпкәләрен (Т. Самаринаның, С. Шевыреваның шәхси ярҙамсыл хужалыҡтары) күрергә мөмкин ине. Ҡунаҡтар өсөн бында төрлө һыйҙар әҙерләгәндәр. Оҙон өҫтәлгә тәмле продукция ҡуйылғайны.
Һабантуйҙа тирмәләр конкурсы – үҙенсәлекле күренеш, йыр һәм бейеүҙәрҙә, милли аш-һыуҙа һәм йолаларҙа, костюмдарҙа һәм биҙәүестәрҙә сағылған башҡорт халҡы тарихының тере коллажы. Быларҙың бөтәһен дә “Маяҡ” йәмғиәте тирмәһе янында күрҙек. “Айгүзәл” халыҡ ансамбле ҡунаҡтарҙы ихлас ҡаршыланы, ә Хәмсәнә Ғәбдрәшитова ҡайын ҡайырынан ҡайнатылған ҡара һағыҙ тәҡдим итте.
“Азат” йәмғиәте ихатаһында ҡарарлыҡ әйберҙәр күп ине. Бында йәмғиәттең эшмәкәрлеге тураһындағы мәғлүмәт тупланған стенд, Ғаилә йылына арналған “Ғаилә бергә булһа - күңел тыныс” тип аталған стендта үрнәкле ғаиләләр фотолары ҡуйылғайны.
М.В. Фрунзе ис. кооператив тирмәһе әллә ҡайҙан уҡ балҡып күренеп ултырҙы – бында матур ҡоймалар, татарҙарҙың аш бүлмәһе кәрәк-яраҡтары, милли ризыҡтар, ауыл биләмәһе оҫтабикәләренең ҡул эштәре күргәҙмәһе ҡуйылғайны. Яңы Михайловканан Антонина Егорова эшләгән уйынсыҡтар бик матур ине.
“Нива” йәмғиәте ихатаһында кешеләр боронғо ҡойо алдында фотоға төштө. Ә күргәҙмәләрендәге шәлдәрҙе алып төрөнгө килде – көн һыуыҡ ине бит.
“СП Юрматы” майҙансығы асыҡ һауа аҫтындағы этнография музейын хәтерләтте: территорияһы үткән быуаттағы кеүек биҙәлгән, келәмдәр йәйелгән, милли костюмдар эленгән. Бында ҡойо, умарта, импровизацияланған торлаҡ мөйөшөндә төрлө милли аш-һыу, боронғо йорт йыһаздары ҡуйылған. Бынан тыш, күп балалы әсә Мәликә Ҡолошеваның ҡул эштәре күргәҙмәһе иғтибарҙы йәлеп итте.
“Линар” йәмғиәтендә бөгөн дә матурлығын юғалтмаған боронғолоҡто күрергә мөмкин булды. Ҡойо, көнкүреш әйберҙәре, импровизацияланған күлдән “балыҡ тоторға” тырышҡан торна бер кемде лә вайымһыҙ ҡалдырманы.
Быйыл тәү тапҡыр фермерҙар ихатаһы ойошторолдо. Бында фермерҙар эшмәкәрлегенең төрлөлөгөн, уларҙың бөгөнгө тормошон, ата-бабалар тарихына һаҡсыл ҡарашын күрҙек. Быны бесән әҙерләү өсөн эш ҡоралдары һалынған ат арбаһы, боронғо мебель һ.б. ҡоролмалар күргәҙмәһендә күрергә мөмкин ине.
КФХ башлығы И. Аҡсуриндың тирмәһендә Батыр ауылының тарихын сағылдырырға тырышҡандар – эске биҙәлеше, билдәле яҡташтары тураһында папкалар, спортсыларҙың фотографиялары, грамоталары һәм миҙалдары – былар бөтәһе лә талантлы халыҡтың көнкүреше элементтары.
“Искра” ауыл хужалығы кооперативында күп балалы Татьяна Павлованың ҡул эштәре күргәҙмәһе ҡуйылғайны. Өлгөр хужабикәләр милли аш-һыу әҙерләгән. Үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәгендә ҡатнашыусылар күңелле йыр йырланы.
Конкурста ҡатнашыусыларҙы үҙ халҡына булған һөйөүҙәре берләштерҙе – туған телдәрҙә йырҙар, сәләмләү телмәрҙәре яңғыраны. Һәр ауыл биләмәһе һәм предприятие ҡатнашыусыларға Һабантуй оҡшаһын һәм иҫтә ҡалһын өсөн тырышҡан.