Быйыл да көрәш мауыҡтырғыс булды. Үҙҙәренең ауырлыҡ категорияларында егеттәр араһында еңеүселәр булдылар: Денис Имакаев (45 кг-ға тиклем, Мәләүез районы), Рафиҡ Шароян (55 кг-ға тиклем, “Линар” йәмғиәте), Айнур Собханғолов (65 кг-ға тиклем, Өсбүләк), Айбулат Күҙәшев (65 кг-нан ашыу, Юлдаш). Ир-аттар араһында иң яҡшы һөҙөмтәләр Илзир Сабитовта (70 кг һәм 80 кг, М.В. Фрунзе ис. кооператив), Илсур Кантимировта (90 кг, М.В. Фрунзе ис. кооператив), Рәдиф Аҡсуринда (90 кг-нан ашыу, Батыр). Инде нисәнсе йыл рәттән Һабантуйҙың абсолют чемпионы исемен Рәдиф Аҡсурин яулай. Байрамға тиклем бер көн ҡала спортсы үҙенең тыуған көнөн билдәләгән, еңеү уға һәйбәт бүләк булды, шулай уҡ Һабантуйҙың төп бүләге – һарыҡ та уға эләкте.
Оҙонлоҡҡа һикереүҙә беренсе урынды Байрас Иҫәнғолов һәм Гөлфиә Иҫәнғолова (Оло Сытырман ауылы) яуланылар, икенсе урында – Андрей Колотий (Юрматы) һәм Сания Дәүләтбирҙина (Бала Сытырман), өсөнсөлә - Родион Васильев (Кирюшкин) һәм Римма Йәлилова (Бала Сытырман).
100 метрға йүгереүҙә Ирина Николаева һәм Александр Фролов (Фёдоровка) еңеүсе булдылар. 1500 м дистанцияла иң яҡшы һөҙөмтә Артём Смирновта (Кирюшкин), Анатолий Барышниковта (Фёдоровка) һәм Ирина Николаевала (Фёдоровка). Һайғауҙа тартылыуҙа Андрей Колотий (Юрматы) еңеүсе булды. “Маяҡ” йәмғиәтенән Радик Иҫәнғолов, йәшенә ҡарамаҫтан (ә уға 58 йәш), йәштәр менән бер рәттән 29 тапҡыр күтәрелде. Уға өсөнсө урын бирелде.
Ошо уҡ көндә ирҙәр генә түгел, ҡатын-ҡыҙҙар ҙа үҙҙәренең көсөн күрһәтте. Армспортта Әтәстән Регина Исмәғилева, ир-аттар араһында Илфат Байсурин (80 кг-ға тиклем, Һәйет ауылы) һәм Рөстәм Мәүлетов (80 кг-нан ашыу, М.В. Фрунзе ис. кооператив) еңеүсе булдылар. Гер күтәреүҙә ҡыҙҙар араһында иң яҡшы һөҙөмтә Карина Астафьевала (“Башҡорт ҡаҙы” йәмғиәте), егеттәр араһында Венер Вахитов (50 кг, М.В. Фрунзе ис. кооператив) һәм Максим Белов (50 кг-нан ашыу, “Башҡорт ҡаҙы” йәмғиәте) еңеүсе булды. Ир-аттар араһында был спорт төрөндә иң көслөләр Алмаз Фәйзуллин (70 кг-ға тиклем, “Башҡорт ҡаҙы” йәмғиәте) һәм Айнур Вәлитов (70 кг-нан ашыу, “Башҡорт ҡаҙы” йәмғиәте) булды. Иң көслөләр ятҡан килеш штанга күтәрҙе. Теләгәндәр волейболда һәм футболда ярыша алды. Мини-футболда 9 команда ҡатнашты. “Башҡорт ҡаҙы” йәмғиәте футболсылары еңеүсе булды. Волейболда ир-аттар араһында баласытырман командаһы еңде, ҡатын-ҡыҙҙар араһында еңеүҙе “Башҡорт ҡаҙы” йәмғиәте командаһы яуланы. Шулай уҡ шашка һәм шахмат буйынса ярыштар ҙа күңелле үтте.