+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Июнь 2018, 10:50

Ә сүпте - ҡойма аша

Сит ил тураһында төрлө телепрограммалар ҡарағанда ҡалаларының, ҙур булмаған ауылдарының таҙалығына, тәртибенә һоҡланабыҙ. Уларҙа сүп йыйыуҙың ойошҡан рәүештә булыуына аптырайбыҙ: ҡағыҙ, тимер, быяла, пластик – бөтәһе лә айырым йыйыла һәм икенсел эшкәртеүгә бара. Беҙҙә лә эштәрҙең шулай ойош-торолмауына, макулатура һәм быяла шешәләрҙе йыймауҙарына зарланабыҙ. Тағы ла бер тапҡыр файҙаланып булған нимәләрҙе ниңә яңынан эшкәртмәҫкә һуң?

Ә шул уҡ саҡта сүп сығарыуҙың элементар ҡағиҙәләрен үтәмәйбеҙ. Хөрмәтле гәзит уҡыусылар, әйтегеҙ әле, ҡайһығыҙҙың машинаһы бар, кемегеҙ сүпте ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары полигонына (ябай итеп әйткәндә - сүплеккә) сығарып түгә? Урманға бәшмәк йыйырға барһаң да кемдер килтереп ташлаған сүпкә тап булаһың. Матур еләк яландарында ла осратырға мөмкин уны. Ә инде күптәребеҙ дуҫтары менән ял итергә яратҡан бахыр йылғаларыбыҙ, шишмәләребеҙ тураһында һөйләге лә килмәй. Тик был мәҡәләлә һүҙ ауылдарыбыҙ биләмәләре тураһында ғына бармаясаҡ. Иғтибар менән ҡараһаҡ, сүпте эргәңдә генә лә күрергә мөмкин.

Күптән түгел редакцияға күршеләренең ҡылығына шаҡ ҡатҡан Кузнецов Владимир Иванович инде. Эш шунда, уның баҡсаһы артында соҡор. Уның бөтә күршеләре – был район үҙәгендәге Социалистик урамы башланған урын – сүпте тимер мискәләрҙә яндыра йәки сүплеккә сығара. Баҡсаларына керҙем, бөтәһен дә үҙ күҙҙәрем менән күрҙем. Ә бына соҡорҙоң икенсе яғындағы күршеләре – был шул уҡ урам (78-се дарыухана артында) соҡорҙо сүпләп бөтөргәндәр. Әллә күпме тиҙ янып китеүсән әйберҙәр: ҡатырға, ағас һәм ҡыуаҡ ботаҡтары, сепрәк-сапраҡ, хатта ярылмаған утын – уларҙы йәйгеһен мунсала яғырға мөмкин! Ә Владимир Ивановичты иң аптыратҡаны шул булған, соҡорға малдар өсөн тәғәйенләнгән, ҡулланыу ваҡыты сыҡҡан премикстар ташлағандар. Тоҡта ҙур хәрефтәр менән: “Премикстың туҙаны тын алыу юлдарын, ашҡаҙаны органдарын, шулай уҡ тиренең ялҡынһыныуын килтереп сығарырға мөмкин”. Был матдә ҡар һыуы йәки ямғырҙар менән йылғаға ағып төшһә,балыҡ, өйрәк, ҡаҙҙар, һыу эсергә килгән башҡа малдар нимә эшләр? Ә йәйгеһен шул һыуҙа балалар ҙа, өлкәндәр ҙә ҡойонасаҡ. Был тоҡто соҡорға ташлаған кеше нимә хаҡында уйланы икән? Әгәр ҙә премикс кәрәк булған үҙенең малдары бар икән, уны ҡағиҙә буйынса үтилләштерергә йәки компост (тиреҫ) өйөмөнә һалырға булмай инеме ни?

Беҙҙең вайымһыҙ булмаған гәзит уҡыусыбыҙға рәхмәт белдерергә кәрәк. Ул ошо соҡор проблемаһы менән төрлө инстанцияларға барған. Бер аҙнанан һуң урам халҡының йыйылышы үткәрелде, унда архитектор, янғын һағы, ауыл биләмәһе хакимиәте, муниципаль район хакимиәте башлығы ҡарамағындағы Йәмәғәт советы вәкилдәре килде.

Бөтәһе лә өмәгә сығасаҡ һәм был урынды тәртипкә килтерәсәк, тигән ҡарар ҡабул ителде. Тик, сүп һаман да соҡорҙа, кемдер үҙенең биләмәһен йыйыштырҙы, сүптәрен сүплеккә сығарҙы, ә кемдер өҫтөнә тупраҡ ҡына һибеп ҡуйҙы... Был хәл менән инде башҡа власть һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары килеп ҡыҙыҡһынды. Моғайын, ниндәйҙер ҡарар ҡабул ителер.

Хәлдәрҙең барышын күҙәтеп торасаҡбыҙ һәм был тарихтың нимә менән тамамланыуы тураһында ла яҙасаҡбыҙ. Шулай уҡ “Тәртип талап итәһегеҙ икән, үҙегеҙ үрнәк булығыҙ” мәҡәләһе (4 майҙағы 36-сы һан) буйынса ниндәй саралар күрелгәнлеге тураһында ла белге килә.

Мәҡәләмде яҙып бөтөргә өлгөрмәнем, редакцияға гәзит алырға килгән гәзит уҡыусы Фёдоровканың тағы ла бер кешеһенең “иманын уҡытыуыбыҙҙы” һораны. Ихатаһында идеаль тәртип, таҙа, йәшел үлән һәм сәскәләр үҫеп ултыра, ә бына бөтә сүп-сарын ҡоймаһы аша юл өҫтөнә үк ырғыта икән. Балалы кешеләр үтә, машиналар йөрөй. Сүп аяҡ аҫтында бутала, тәгәрмәстәргә йәбешә. Һәйбәт түгел, килешәһегеҙме? Был кеше бөтә халыҡҡа төкөрөп ҡарауын асыҡтан-асыҡ күрһәтә. Ул ғынамы икән? Һеҙ нисек уйлайһығыҙ?


Светлана ЗАЙЦЕВА.

Автор фотоһы.
Читайте нас: