+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Июнь 2018, 10:54

Йәнә парталар артына

Ҡораласыҡ ауылы мәсетендә үткән йылдың көҙөнән халыҡ үтенесе буйынса ғәрәп яҙмаһына өйрәтеү буйынса дәрестәр үткәрелә. Унда башлыса ҡатын-ҡыҙҙар йөрөй.

Уларҙы Фёдоровканан барып Фәрит Зөбәйеров уҡыта.

-Дәрестәр 2017 йылдың 14 ноябрендә башланғайны. Аҙнаһына бер тапҡыр өйлә намаҙы алдынан ике сәғәт уҡытабыҙ. Тиҫтәгә яҡын кеше ҙур теләк менән бер көндө лә ҡалдырмай дәрескә йөрөй. Төркөмдә бер егет тә бар, тик бөгөн генә ул юҡ, - тине ул.

Уҡытыусылары хаҡында ғәрәп яҙмаһы дәресенә йөрөүселәр ҙә ыңғай фекерҙә:

-Һауа шарттарына ҡарамаҫтан, дәрестәр даими үткәрелә. Беҙҙең Фәрит хәҙрәт ниндәйҙер сәбәп буйынса бер тапҡыр ҙа дәрестәрҙе үткәрмәй ҡалманы, - ти уҡыусылар. – Бында ғәрәп графикаһынан тыш шәриғәт ҡанундары нигеҙҙәрен дә өйрәнәбеҙ. Һәйбәт аңлатыуы, түҙемле булыуы өсөн уҡытыусыбыҙға рәхмәтлебеҙ. Имтихандарыбыҙҙы уңышлы тапшырырбыҙ, тип ышанабыҙ.

Яҙғы көн булыуына ҡарамаҫтан, бинала һалҡынса ине. Тик был бер кемде лә ҡурҡытмаған. Дәрестәрҙе ҡалдырырға ярамай. Тиҙҙән имтихандар. Уларҙы һөҙөмтәләре уңай булыр, тип өмөтләнәбеҙ.

Гәрәй ХӘЛИТОВ.

Автор фотоһы.
Читайте нас: