Ауылда ул ваҡытта мәктәптә ике генә класс бүлмәһе ине. Уҡыусылар күп, ике сменала уҡыттылар. 4-се синыфты бөтөргәс, балаларға уҡыуҙарын дауам итеү өсөн, сит ауылдарға барып уҡырға кәрәк ине.
Беҙ ҙә бер нисә бала Батыр ауылына уҡырға киттек. Әҙме-күпме уҡығас “Юлдашта 5-се класс асыла икән”, - тигән хәбәр ишетелде. Беҙ кешелә фатирҙа тороп уҡыныҡ, ул ваҡытта интернат та юҡ ине. Хәбәр ишетелгәс, дәррәү уҡыуҙы ташланыҡ та, йәйәү 18 саҡрымды үтеп ҡайтып киттек Юлдашҡа. Ҡайтҡас та тиҙ генә уҡый башламаныҡ әле, октябрь айының урталарында ғына уҡый башланыҡ.
5-се синыфҡа 25 уҡыусы барҙыҡ. Сөнки башланғыс синыф ҡына булғас, 4-сене бөтөрөп уҡыу тамамлағандар ҙа беҙҙең менән 5-сегә барҙы. Апалы-һеңлеле, ағайлы-энеле туғандар ҙа бер класҡа ултырҙы. Мәғәфүрә апа беҙҙе тағы ла үҙ ҡанаты аҫтына алды. Ул беҙҙең алыштырғыһыҙ класс етәксеһенә әйләнде. 8-се синыфты бөтөргәнсе уның ҡул аҫтында уҡыныҡ. Ул уҫал да, талапсан да, кәрәк икән, йомшаҡ та булды. 7-сене бөтөргәс бер нисәбеҙ тағы мәктәпте ташлап эшкә киттеләр. Ҡалғандарыбыҙ 1968 йылда 8-се класты тамамланыҡ. Беҙ 16 уҡыусы инек, гел генә оло класс булып йөрөнөк, сөнки беҙҙең менән бергә берәр юғарыраҡ класс асыла барҙы.
1967 йылда яңы, ағас мәктәп һалынып бөттө һәм беҙ 8-сегә яңы мәктәпкә барҙыҡ. Ситтән уҡытыусылар килде, дәрестәр бер сменалыға әйләнде. Ул йылдарҙа Батырҙан Закир абый Хәлитов директор булды, ҡатыны Мәүлиҙә Сәйҙәш ҡыҙы математиканан уҡытты. Закир абый үҙе химия, физика фәндәрен уҡытты. Ибраһимов Марат, Ғәйнуллин Нурфәйез, Аҡсурин Әҡсән абыйҙар килде. Оҙон тәнәфестә Әҡсән абый гармунда бейеү көйө, вальс уйнай. Беҙҙе класта ултыртмай, коридорға ҡыуып тигәндәй сығаралар ҙа, вальс әйләнергә ҡушалар. Шулай итеп беҙ вальс, полька ла өйрәндек. Күңелле була торғайны.
Мәғәфүрә апа башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡытты, Йомабикә апа Усманова рус теленән дәрестәр бирҙе. Элек пионер, комсомол ойошмалары ла яҡшы эшләне. Тимурсылар булып, өлкәндәргә ярҙамға бара торғайныҡ. Кемгәлер ҡар көрәйбеҙ, һыу килтерәбеҙ, малайҙар утын ҡырҡа, ҡыҙҙар иҙән йыуа. Мәктәп мейескә яғып йылытыла ине, балсыҡ менән һыланып, аҡбалсыҡ менән ағартылыр ине. Мәрхүм Нәсимә апай, Мәрүәр апай, һуңыраҡ Әсмә апай йыйыштырыусы булып эшләнеләр. Көйәнтәләп урам ҡойоһонан һыу ташый торғайнылар. Балалар мәктәпкә килгәнсе мейескә яғып, йылытып ҡуялар.
Уҡыу араһында колхозда ла ҡулдан килгәнсе ярҙам итеп торҙоҡ. Һарыҡ фермаһына тиреҫ сығарырға йөрөтөрҙәр ине, ҡышын ҡар көрәргә, ә йәйге каникулдар башланғас беҙгә ял итеп ятыу эләкмәне...
Әсәйҙәр сөгөлдөр утай, беҙ уларға ярҙам итәбеҙ. Бесән ваҡыты етһә, бесәнгә сығабыҙ. Ҡыуыштар ҡороп, ҡуна ятып бесән эшләй торғайныҡ. 4-5-се синыфтан эшләй башланыҡ.
Малайҙар атҡа фурман егеп йөрөйҙәр, ә ҡыҙҙар унда бесән тейәп ебәрә. Әлеге малайҙар ат менән күбә лә тарттыралар, ә ололар кәбән ҡоя. Яланда ҡаҙан тултырып аш бешерәләр, сәй ҡайнаталар.
Кистәрен йырлашабыҙ, бейешәбеҙ, уйын ҡорабыҙ. Йәштәр элек барыбер тәртипле, тыңлаусан булды. Баҫыуҙа ашлыҡ өлгөрһә, эш ырҙын табағына күсә, барыһы ла тиерлек ҡул көсө менән башҡарыла ине. Бер-ике ҡыҙ машина кузовына ултырып баҫыуға китә, комбайн ҡойған бойҙайҙы машинаның мөйөштәренә таратып торабыҙ. Ҡайтҡанда бар көскә ҡысҡырып йырлашабыҙ. Ҡайһыларыбыҙ иген таҙартҡыста эшләй. Таҙартылған ашлыҡты ҙур-ҙур КаМАЗдар элеваторға алып китә. Келәттәргә орлоҡҡа тигән игенде һалабыҙ. Мал өсөн айырым келәткә фураж игенен һалабыҙ.
Уҡыуҙар башланғас, яңынан парта артына ултырабыҙ. Ә көҙөн сөгөлдөр таҙартыуҙа әсәйҙәргә ярҙам итергә барабыҙ. Трактор баҫыуҙы һөрөп, сөгөлдөрҙө ҡалҡытып ҡына китә, шуларҙы йыйып өйөмдәргә ташып өйәбеҙ, шунан тупраҡтан ҡырып таҙартабыҙ ҙа, матурлап өйөмдәргә өйәбеҙ. Кисен баҫыуҙан ҡайтҡанда, мал теймәһен өсөн япраҡ менән күмәбеҙ. Иртән барыуға малдар туҙҙыра, йә ашап бөтөрөп тә ҡуя торғайны. Сөгөлдөр тейәргә ҡырҙан машиналар килә. Сөгөлдөрсөләр, машина тотам тип, юлға уҡ сығып торалар. Һәр кемдең үҙенекен тиҙерәк оҙатҡыһы килә. Улайһа кибеп, кәмеп ята бит. Машина килһә, күмәкләшеп ҡул менән ырғытабыҙ. Эш ауыр булды, ләкин хеҙмәттә сынығып, ауыр эштән ҡурҡмай үҫтек.
Бына мәктәпте бөтөргәнгә 50 йыл да үтеп киткән. Синыфташтар менән осрашыу үткәрәйек тип, барыһына ла хәбәр еткерҙек. Ләкин 15 уҡыусының яртыһы ғына ваҡыт табып осрашыуға килде. Уҡытыусыбыҙ Мәғәфүрә апа ла күптән баҡыйлыҡҡа күсте. Ибраһимов Марат абыйыбыҙ килде осрашыуға. Беҙҙе ҡасандыр 1-2 йыл ғына уҡытып киткән булһа ла, ихтирам итеп килгәне өсөн уға сикһеҙ рәхмәт.
Башҡа уҡытыусылар һәм синыфташтар килмәне. Ваҡыттары юҡ, донъя ҡыуалар. Ә был донъя бит, уйлап ҡараһаң, фани ғына, үтә лә китә ул, йәшен дә ҡартын да ҡарап тормай. Осрашып күрешеүҙәр бер иҫтәлек кенә булып ҡала.
Әлбиттә, барыбыҙ ҙа ҡартайғанбыҙ, 65-66 йәштәрҙәбеҙ. Барыбыҙ ҙа хәҙер пенсионер. Кемдер бәхетле тормош кисергән, балаларын уҡытып оло тормош юлына сығарған. Кемдер яҙмышына риза булып, ауырлыҡтарға түҙеп, ҡайғы-хәсрәттәргә бирешмәйенсә һаман йәшәргә тырышабыҙ. Беҙ әле балаларға, ейән-ейәнсәрҙәргә кәрәкбеҙ, йәшәйек әле, ҡәҙерле синыфташтар! Бәлки, тағы ла 55-60 йыллыҡтарҙа ла осрашырбыҙ. Осрашырға насип булһын! Ойоштороп йөрөүсе синыфташтарым Тәслимәгә, Рәйсәгә, Гөлсирәгә мең-мең рәхмәт.
Беҙ осрашырға һөйләшкәс, хәҙерге мәктәп директоры Мырҙабаева Зәйнәп Радик ҡыҙына мөрәжәғәт иттек. Ул беҙҙең теләкте хупланы. Мәктәп ашханаһын биреп торҙо, сәй, аш табыны ойошторҙо. Уҡыусы балалар бик матур итеп йырланылар, бейенеләр. Зәйнәп Радик ҡыҙы башлап сығыш яһаны, бик матур теләктәр әйтте.
Беҙҙең сығарылыш синыфындағы журналды табып, уҡып күрһәтте. Беҙҙең хатта күңелдәр тулды. Ошондай кисәне ойоштороуҙа ярҙам иткәне өсөн Зәйнәп Радик ҡыҙына, уҡыусы балаларға бейергә өйрәтеүсе Гөлнараға, йыр уҡытыусыһы Ирғәлина Вәсиләгә һәм уҡыусы балаларға рәхмәт белдерәбеҙ. Балаларығыҙҙың изгелеген күреп, рәхәт тормошта, бәхетле йәшәргә яҙһын.