-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Июнь 2018, 11:05

Буласаҡ уңышты хәстәрләп

Фермер Геннадий Рощупкин сәсеү эштәрен тәүгеләр иҫәбендә тамамланы. Баҫыуҙа йәшел келәм булып татыу шытымдар сыҡҡас, уның хужалығында иген культураларын химик утауға һәм көнбағышты рәт-ара эшкәртеүгә тотонғандар.

Геннадий Михайлович үҫемлектәрҙе ауырыуҙарҙан һәм сүп үләндәренән эшкәртеү өсөн химикаттарҙың тулы күләмдә ҡайтартылыуын һөйләне. Бөтәһе 198 гектарҙағы һоло, 250 гектарҙағы арпа, 290 гектарҙағы бойҙай сәсеүлектәренә химик утау үткәрергә кәрәк. Сәсеүлектә һиптергесле тракторҙа Юрий Краснов эшләй. Һауа торошо һәйбәт булһа, тәжрибәле механизатор химик утауҙы ҡыҫҡа ваҡыт эсендә - өс-дүрт көндә башҡарып сығасаҡ. Шул уҡ ваҡытта хужалыҡта көнбағышты рәт-ара эшкәртәләр. Майлы культура 250 гектар майҙанды биләй.

Баҫыу эштәренән һуң мал аҙығы әҙерләү башлана. Геннадий Михайлович 145 баш мал аҫрай, шуларҙың 41-е – һыйыр. Йәйен малдар болонда. Иртәнән кискә тиклем уларҙы мал ҡараусы Александр Гладышев көтә. Йәшел үләнгә сыҡҡас һыйырҙарҙың һауымдары арта. Мәҫәлән, 6 июнгә “Азат” йәмғиәтенең һөт заводына 800 литр һөт тапшырылған, ә был, үткән ай менән сағыштырғанда, 200 литрға тиерлек күберәк.


Татьяна ЗӘЙНУЛЛИНА.

Автор фотоһы.
Читайте нас: