+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Июнь 2018, 11:07

Мал аҙығы әҙерләү оператив рәүештә бара

М.В. Фрунзе ис. кооператив беренселәрҙән булып йәмәғәт малдарына мал аҙығы әҙерләүгә төштө. Малдарҙы һутлы мал аҙығы менән тәьмин итеү өсөн ике мең тонна бесән, ете мең тонна сенаж һәм биш мең тонна силос кәрәк буласаҡ. Йәшел массаның тәүге тонналары сенаж соҡорона һалынған да инде.

Хужалыҡта “Һыйырҙың һөтө телендә” тигән мәҡәлгә таянып эшләйҙәр. Бында йыл да юғары сифатлы мал аҙығы запасын әҙерләйҙәр. Быйыл был кампанияны фрунзеләр 18 июндә башланы. Михаил Фадеев үҙйөрөшлө сапҡыста күп йыллыҡ үләндәрҙе бесәнгә саба. Өс көндән баҫыуға Дмитрий Семенов пресс-йыйғысын сығарҙы. Тәжрибәле механизатор хужалыҡта 30 йылдан ашыу эшләй. Ул ауыл хужалығы техникаһын яҡшы белә, өҫтәүенә, электрсы вазифаһын да башҡара. План буйынса Дмитрийға көнөнә һигеҙ гектар майҙандан сабылған үлән яҫмаларын йыйырға кәрәк. Был норманы механизатор арттырып үтәй.

М.В.Фрунзе ис. кооперативтың берҙәм коллективында йәш белгестәр эшләй. Хужалыҡ буйынса беҙҙе Ринат Ғәлиев йөрөттө, ул быға тиклем өс йыл иҫәпсе булған, ә быйыл беренсе бригада бригадиры итеп тәғәйенләнгән. Егет Наумовка ауыл хужалығы техникумында белем алған, артабан Аграр университетты ситтән тороп “Ауыл хужалығы механизацияһы” белгеслеге буйынса тамамлаған.

- Һауа торошо яҡшы булғанда күберәк бесән әҙерләп өлгөрөргә кәрәк, икенсегә сабырға ла ниәтләйбеҙ, үлән витаминдарға бай, - тине ул беҙҙең менән һөйләшкәндә. Шулай уҡ Ринат Флүз улы ошо көндәрҙә 53 гектар майҙанда кәзә үләне сабылыуын һәм люцерна саба башлауҙарын әйтте, сенаж һалыу бара. ДОН-680 комбайнында йәш механизатор Алексей Русаков йәшел массаны ваҡлай. Водителдәр Наил Кантимеров менән Муса Сабитов КАМАЗ-дарҙа сенажды Динес фермаһы эргәһендәге 1-се соҡорға ташый. Уны К-700-Дмитрий Тишин һәм ДТ-75 тракторында Сергей Воробьев тығыҙлай. Эш ойошҡанлы, оператив режимда, бер сменала бара.

Хужалыҡта 2000 гектарҙағы иген культураларына химик утау үткәрелгән. Механизаторҙар аралыҡлы культураларға ашлама һибеү һәм химик утау, пар ерҙәрен эшкәртеү менән мәшғүл. Көнбағышты рәт-ата эшкәрткәндән һуң, кукуруз сәсеүлектәренә күскәндәр. Бының менән Алексей Иванов, Олег Савельев, Хәмзә Кантимеров һәм Хөсәйен Сабитов шөғөлләнә.

Татьяна ЗӘЙНУЛЛИНА.

Роман ПОДПОРИН фотолары.
Читайте нас: