+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Июнь 2018, 10:57

Тәүге килеүҙән ыңғай тәьҫораттар

Шәмбе, 23 июндә БР Премьер-министры Р.Х. Мәрҙәнов был вазифаһында тәүге эш сәфәре менән районыбыҙға килде.

Район хакимиәте башлығы В.Ф. Насретдинов менән бергә улар “Азат” йәмғиәтендә (Үрге Яуыш ауылы) булды. Унда мал аҙығы культураларын, теүәлерәк әйткәндә, люцерна йыйыу бара ине. Уның етәксеһе Азат Вахит улы Әминев хужалыҡтағы эштәр торошо менән таныштырҙы. Рөстәм Хәбиб улы игенде һаҡлау һәм һатыу, “Регион-Сервис” йәмғиәте (Бала Сытырман ауылы) етештергән продукцияның төрө һәм күләме менән ҡыҙыҡһынды. Ул һөт продукцияһын эшкәртеү- бөгөнгә көнүҙәк һәм мөһим бурыс булыуын билдәләне. Предприятиеға сығарылған продукция күләмен арттырыуҙарын теләне һәм тағы ла ҙурыраҡ ҡала баҙарҙарына сығырға тәҡдим итте.

“Башҡорт ҡаҙы” йәмғиәтендә һәм Гончаровка ауылындағы “Агробазис” кооперативында делегация бөтә цехтар менән танышты һәм йәш ҡоштоң аҫрау шарттарына иғтибар бирҙе. Предприятие етәксеһе Р.Ҡ. Сәйетбатталов ҡаҙ бәпкәләренең, бройлер себештәренең сығыу процесы, эшкәртелгән әҙер продукция төрҙәре, һатыу мәсьәләһе, шулай уҡ партнерлыҡ хаҡында бәйән итте. Премьер-министр ҡаҙсылыҡ буйынса интеграция программаһының бойомға ашыуын, предприятиеның ауыл халҡы менән эшләүсе социаль килешеүҙәре менән ҡыҙыҡһынды. Бының ике яҡҡа ла ыңғай булыуына инанды. “Агробазис” кооперативы ағзаһы Татьяна Юртаева ҡунаҡтарҙы үҙенең сәйе менән һыйланы. Ул Алешкин мәктәбендә бина ҡуртымлай, бик файҙалы, быҡтырылған мордва сәйе әҙерләй.

Рөстәм Хәбиб улы менән Венер Фәрит улы Покровка ауылы эргәһендәге ҙур малсылыҡ предприятиеһы - фидлот төҙөлсәк майҙансыҡта булды. Шулай уҡ Фёдоровкалағы кескәй ҡаҙанлыҡтың эше менән танышты. Дөйөм алғанда, премьер-министр район менән танышыуҙан ҡәнәғәт ҡалды, был сәфәрҙе һөҙөмтәле, тип атаны.

Гөлрайхан БАҠЫЕВА.

Роман ПОДПОРИН фотоһы.
Читайте нас: