+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Июнь 2018, 11:10

Ғаилә - ҙур бәхет ул

Федяевтарҙың ғаиләһендә һәр саҡ йылы мөхит, сөнки уларҙың мөнәсәбәттәре ышаныстан, бер-береһен аңлауҙан, мөхәббәттән һәм хәстәрлектән тора.

Александр менән Татьяна бер-береһен мәктәп йылдарынан белә. Фёдоровкала тыуып- үҫкәндәр, Фёдоровка 1-се мәктәбендә белем алғандар. Егет ҡыҙға кейәүгә сығырға тәҡдим иткән, Татьяна риза булған.

Әле йәш әсә тормош иптәшен һәм балаларын хәстәрләү эшен “Водоканал” йәмғиәтендә бухгалтер эше менән бергә алып бара. Өҫтәүенә, Татьяна Владиславовна Стәрлетамаҡ ҡала уҡыу йорттарының береһендә юғары белем ала. Быйыл көҙ ул дипломлы белгес буласаҡ.

Ирле-ҡатынлы яңы йорттарында икенсе йыл йәшәй, унда һәр саҡ таҙалыҡ һәм тәртип.

Хужабикә бөтә нимәгә маһир. Бәйләй, сигә, тәмле аштар бешерә, ҡыҙын да шуға өйрәтә. Бәләкәйҙән әхирәттәренә төрлө прическалар эшләргә яратҡан, бөгөн ул мауығыуына өҫтөнлөк бирә. Татьяна үҙешмәкәр ансамблдә әүҙем ҡатнаша. Сыуаш ансамбленән коллегаларына сығыш алдынан һәр саҡ матур прическалар эшләй, шуға ла уға парикмахер булырға кәңәш иткәндәр. Шулай, бәләкәй сағындағы хыялы тормошҡа ашҡан. Йәш ҡатын был һөнәрҙе үҙләштергән, киләсәктә колорист белгеслеген алырға планлаштыра.

Ғаилә башлығы Александр Петрович “Башкирэнерго” йәмғиәтендә эшләй, күсмә- оператив бриагада электр монтерын коллективта яуаплылығы, тырышлығы, эшһөйәрлеге өсөн ихтирам итәләр.
Читайте нас: