+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Июль 2018, 11:00

“Бөркөттәр оя ташламай”

“Линар” йәмғиәтенең йәш механизаторы Руслан Асҡаров райондың оҫта һабансылары конкурсында ҡатнашып, район хакимиәтенең Почет грамотаһы менән бүләкләнгән.

Ул Гавриловка ауылында тыуып үҫкән. Мәктәпте тамамлағандан һуң, Наумовка ауыл хужалығы техникумында техник-механик белгеслегенә уҡып сыҡҡан. Артабан Стәрлетамаҡ районы “Рощинский” совхозында- комбайнда, шунан К-700 тракторында эшләгән. Нәҡ шунда етди техникала эшләү күнекмәһен алған. Йәштәр, күпселектә, үҙҙәренә таныш булмаған нимәне үҙләштерергә әүәҫ. Бына Руслан да эшен ҡалдырып, ҡайҙалыр эшләп маташҡан, шунан тыуған ауылына ҡайтырға булған. “Беҙ булмаған ерҙә - барыһы ла яҡшы, әммә өйҙә- яҡшыраҡ”, бит. “Линар” йәмғиәте коллективында уны шатланып ҡаршы алғандар-йәш көскә ҡыуанмайынса буламы?!

Асҡаровҡа бында ышаныс бағлап, К-700 ҡеүәтле тракторын тапшырғандар. Һәм яңылышмағандар ҙа. Егет яуаплы, техниканы яҡшы белә, үҙ эшен ярата. Бер һүҙ менән әйткәндә- һөнәрмән.

Руслан Асҡаровтың иптәше, шундай уҡ эш оҫтаһы- Таһир Мостафин. Ул Стәрлебаш районы Күндерәк ауылынан эшкә килеп йөрөй. Коллективта уны ла үҙ иткәндәр. Икәүләшеп улар К-700 тракторын тергеҙгәндәр, яңынан ҡорғандар тиерлек, двигателен, электр ҡоролмаларын һәм башҡа мөһим частәрен яҡшылап ремонтлағандар. “Омичка” сәсеү агрегатын да уларға ышанып тапшырғандар. Баш инженер Юрий Киржаков әйтеүенсә, егеттәр сәсеү кампанияһында яҡшы эшләгәндәр. Дөйөм алғанда, инженер коллективтан, уларҙың эшкә ҡарашынан бик ҡәнәғәт. Хужалыҡтың машина-тракторҙар оҫтаханаһында эшләгән башҡа эшселәр хаҡында ла ул йылы һүҙҙәр әйтте. Сөнки техниканы сәсеүлеккә яҡшы әҙерләгәндәр, бер ватылыу ҙа булмаған. Ремонт бригадаһы ошо арала барлығы дүрт мәртәбә генә саҡырылған. “Бында иретеп-йәбештереүсе Хөснулла Ниязғоловтың хеҙмәт өлөшө лә ҙур, ул күрше райондың Ҡарағош ауылынан килеп йөрөй”,- ти Юрий Викторович.

К-700 тракторында эшләүсе Руслан Усман улы Асҡаровҡа һәм Таһир Нурмөхәмәт улы Мостафинға килгәндә, егеттәр техникаһын бесән сабыуға әҙерләй, сенаж тығыҙлауҙа ла эшләйәсәктәр. Был, әлбиттә, оҫталыҡ һәм яуплылыҡ талап итә.


Гөлрайхан БАҠЫЕВА.


Роман ПОДПОРИН фотоһы.
Читайте нас: