-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Июль 2018, 11:34

Азаттар эшкә көйләнгән

Халыҡ аҡылына таянып, “Азат” йәмғиәте хеҙмәткәрҙәре мал аҙығы хәстәрләү һәм сәсеүлектәрҙе тәрбиәләү осоронда ураҡҡа иген йыйыу комбайндарын да тулыһынса әҙерләгән.

Хужалыҡтың баш инженеры Гәрәй Хәйбрахман улы Яҡупов әйтеүенсә, “Акрос” маркалы алты иген йыйыу комбайнының дүртеһе Үрге Яуыш бригадаһында. Улар биш йыл ҡулланылған инде. Көсөргәнеш ҙур булғас, улар иҫкерергә лә өлгөргәндәр. Шуға ла белгестәр саҡыртып комбайндарҙы капиталь ремонтлау ойошторолған. Бындай техника өсөн сервис хеҙмәтләндереүе ҡаралған- “Башсельхозтехника” Стәрлетамаҡ филиалы вәкилдәре килеп, тейешле эш күләмен башҡарған. Механизаторҙар үҙҙәре лә мөмкин булғанса техникалары эргәһендә булып, ярҙам итергә тырышҡан. Хужалыҡтың тәжрибәле, алдынғы механизаторы Илдус Биктимер улы Әлибаев үҙенең тимер аты- “Акрос-530” тракторын күҙ уңынын ысҡындырмаған. Уның 30 йыл механизатор стажы бар, 25- е- комбайндарҙа. Ул тиҙ генә заманса техниканың нескәлектәренә төшөнә, ысын һөнәрмән техниканың тауышынан етешһеҙлектәрен билдәләй ала. Комбайны яҡшы торошта булғас, ул бөгөндән эшкә тотонорға әҙер.

Гәрәй Хәйбрахман улы ураҡҡа йәлеп ителәсәк техниканың барыһы ла яҡшы торошта булырға тейеш, тип иҫәпләй. Иген ташыясаҡ дүрт КамАЗ бөгөн мал аҙығы әҙерләүгә йәлеп ителгән. Техниканы ремонтлауҙа токарь Ғөбәйҙулла Сабур улы Дашкиндың, иретеп йәбештереүсе Леонид Геннадьевич Евдокимовтың һәм башҡаларҙың өлөшө ҙур.

Һауа торошоноң сюрприздарынан тыш, үҙебеҙгә-үҙебеҙ ҙә уларҙы булдырмайынса, эшләргә яҙһын. Яҡшы әҙерлек булғанда бының өсөн, әлбиттә, бошонаһы юҡ.


Гөлрайхан БАҠЫЕВА.

Роман ПОДПОРИН фотоһы.
Читайте нас: