+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Июль 2018, 10:42

Ураҡҡа әҙерләнәләр

Бөгөн “Линар” йәмғиәтенең машина-тракторҙар оҫтаханаһында тынлыҡ хөкөм һөрә. Бөтә эштәр ҙә һәүетемсә, көсөргәнешһеҙ бара. Шулай булһа ла етди, яуаплы баҫыу эштәренә әҙерләнеүҙән бер ҙә туҡтамайҙар.

Күптән түгел сәсеүлектәрҙе химик утау тамамланған. “Рубин” һиптергесе менән тәжрибәле механизатор Наил Йосопов 1200 гектар майҙанды препараттар менән эшкәрткән. Ә Геннадий Фролов тағылмалы һиптергесле “МТЗ-80” тракторында 800 гектар майҙанды эшкәрткән.

Баҫыуҙар сабыуға өлгөргәнсе, механизаторҙар һәм башҡа белгестәр техникаларҙы әҙерләй. Шулай, йәш, әммә техниканы яҡшы белгән яуаплы механизатор Марсель Көҫәпҡолов “Полесье-600” мал аҙығы йыйыу комбайнын тейешенсә йүнәткән. Станислав Овчаров менән Сергеев Алексейға ике пресс беркетелгән. Улар ҙа ремонт менән мәшғүл. Бөгөн машина-тракторҙар оҫтаханаһын һәм күптән түгел һатып алынған икенсе “Полесье” комбайнын эшкә әҙерләйҙәр.

Дөйөм алғанда, был хужалыҡта мал аҙығы хәстәрләү эштәрен яҡшы темпта алып барырға әҙерҙәр. Уларға 185 гектар майҙандағы күп йыллыҡ үләнде сенажға һалырға, әлбиттә, бер юлы уны йәмғиәттең ферма территорияһындағы соҡорҙарға ташырға кәрәк буласаҡ. Шунан, культураларҙың өлгөрөүенә ҡарап, суданка үләнен, кукуруз сабырға кәрәк буласаҡ. “Техника ватылмаҫ, тип ышанабыҙ”,- ти “Линар” йәмғиәтенең баш инженеры Юрий Дмитриевич Киржаков.

Уға ышанырға була, тип иҫәпләй хужалыҡ етәксеһе В.В. Скрынников һәм башҡа хеҙмәткәрҙәр ҙә. Беҙ ҙә ышаныс белдерәбеҙ, уларға һәм райондың игенселәренә уңайлы һауа шарттары, яҡшы һөҙөмтәләргә ирешеүҙәрен теләйбеҙ.

Гөлрайхан БАҠЫЕВА.

Роман ПОДПОРИН фотоһы.
Читайте нас: