+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Июль 2018, 10:54

Эшләргә, күңел асырға, тимәк, йәшәргә

Һәр ауылдың үҙ йөҙө, үҙ яҙмышы, тимәк, унда йәшәгән халыҡтың да уға ғына хас нимәһелер бар.

Башҡа ауылдар араһында Батыр ауылы халҡы тырышлығы, шул уҡ ваҡытта татыу, күңелле, мәҙәни ял итә белеүе менән айырылып тора. Бындағы кешеләрҙең ыңғай энергетикаһы, эшлеклелеге, дәрте, уларҙың башҡаларға, яңылыҡтарға асыҡлығы менән бергә үрелеп бара. Шуға ла ауыл байрамдары ла күп халыҡ ҡатнашлығында, күңелле, сағыу үтә.

Бында уҙған шәжәрә байрамы ауыл халҡының тормош ҡағиҙәһенә, йәшәү рәүешенә тап килә. Байрам “Йәшлек” ансамбле егеттәренең милли кейемдәрҙә “Башҡортостан” бейеүе менән башланды, был сараға дәрт өҫтәне. Ауылды яңғыратып торған ҡурай моңо ла ауыл мәҙәниәт йорто алдындағы байрам мөхитенә ҡушылды, унда бөгөнгө көн геройҙары- ике ырыу- Ильясовтарҙың һәм Сәғитовтарҙың тирмәләре ҡуйылғайны.

Михайловка ауыл советы ауыл биләмәһе башлығы Венер Аҡсурин байрам тантанаһын асыу менән Фёдоровканан Тимерҡаҙыҡ хәҙрәт Әхмәров аҙан әйтте. Әйткәндәй, Ильясовтар нәҫеле уның әсәһе яғынан туғандары килеп сыға, атаһы Ибраһим Әхмәров фронтта һәләк булғандан һуң, әсәһе яҙмышын ошо ғаилә менән бәйләй. Ул вәғәҙ уҡыны, Ҡөръән аяттары нигеҙендә тормошта бер- береңә ярҙам итеп йәшәүҙең мөһимлеге, татыулыҡ тураһында бәйән итте.

Артабан ауылдың аҡһаҡалы, элекке колхоз рәйесе Миҙхәт Багаев Батыр ауылының барлыҡҡа килеүе хаҡында һөйләне.

Бындай сараларҙағы кеүек үк, әле лә талантлы сығыш яһаусылар байтаҡ булды. Шәжәрәләрен нәҫел ағзалары башҡорт йолаһы буйынса тирмәләрендә күрһәтте. Был ике нәҫелдең тәүге күсеп килеүсе, ауылға нигеҙ һалыусы башҡорттар ырыуынан булыуын билдәләп үтергә кәрәк.

Ильясовтарҙың тирмәһе түрендә һуғышта ҡатнашыусыларға, яу ҡырында баштарын һалыусы яугирҙәргә арналған күргәҙмә урын алған. Нәҫелдәренән дүрт яугир фронтҡа алынған, өсәүһе әйләнеп ҡатймаған. Нәҫелдәре, уның намыҫлы улдары һәм ҡыҙҙары хаҡында уңышлы крәҫтиән-фермер хужалығы башлығы, бәхетле ата һәм тормош иптәше, хәстәрлекле ул, атаһының эшен дауам иттереүсе Йәмил Ильясов бәйән итте. Уның ата-әсәһе Кәфил менән Рәйлә Ильясовтар биш балаға ғүмер биргән, барыһын да намыҫлы кешеләр итеп тәрбиәләгән, юғары белем биргән. Кәфил ағай колхозда баш зоотехник, бригада комплексы бригадиры, ауыл советы секретары, партком секретары булып эшләгән. Рәйлә апай оҙаҡ йылдар һауынсы булған. Ата-әсәһе өлгөһөндә Йәмил менән Гөлшат та ике улдарын эшһөйәр, оҫта ҡуллы итеп тәрбиәләгәндәр.

Бөгөнгө тарихыбыҙҙың икенсе геройҙары -ун балалы Исмәғил менән Рәйсә Сәғитовтар нәҫеле. Уларҙың да нәҫелендә фронтовиктар, хеҙмәт ветерандары бар. Исмәғил Сәғитов 25 йыл механизатор булып эшләгән, дөйөм эш стажы 50 йыл тәшкил итә. Рәйсә апай 25 йыл ҡәйнәһе менән татыу ғүмер кисергән, ауылда ихтирамлы герой-әсә. Балаларын да үҙҙәре һымаҡ эшһөйәр, тырыш итеп тәрбиәләгәндәр. Улдары Урал менән килендәре Гүзәл дә ауылда ихтирамлы ғаилә- биш балаға ғүмер бүләк иткәндәр. Шәжәрәләре хаҡында улдары Урал Сәғитов бәйән итте.

Ике тирмәлә лә үҙ тырышлыҡтары менән ихаталарында, баҡсаларында үҫтерелгән һый-хөрмәткә бай өҫтәлдәр ҡуйылғайны. Ҡуныҡсыл хужалар барыһын да һыйланы, үҙ ҡулдары менән эшләгән әйберҙәрен күһәтте.

Байрам барышында алдынғы хеҙмәткәрҙәрҙе, өлгөлө ғаиләләрҙе, ике нәҫелдең дә башҡаларҙан нимә менәндер айырылып торған кешеләрен бүләкләү булды.

Байрамға башҡа нәҫел кешеләре лә йыйылғайны, сценарийҙа ҡатнашмаһалар ҙа милли кейемдәрҙә килеүселәр ҙә бар ине. Шундайҙарҙың береһе Гәүһәр Иркәбаева башҡорт милли кейемендә балалар менән өй алдында кескенә йәйләү ойошторҙо. Үҙенең эшләгән эштәрен күрһәтеп, барыһын да һыйланы. Уның хаҡында гәзитебеҙҙең киләһе бер һанында уҡып, күреп белерһегеҙ әле.

Ойоштороусыларға сағыу, эстәлекле байрамдары өсөн рәхмәт белдерҙек, шулай булырына бер ҙә икеләнмәгәйнек. Батыр ауыл клубы директоры Илдус менән ауыл китапханасыһы Гөлнара Хәлитовтар, әлбиттә, ауыл хакимиәте, уның башлығы В.М. Аҡсурин, Сәғитовтар, Ильясовтар ғаиләләре, башҡа ҡатнашыусылар күп ваҡыт, көс һәм сара һалды был байрамға. Был ауылда йәшәүсе халыҡтың берҙәмлеге ниндәйҙер бер бөтөн, айырылмаҫлыҡ көскә эйә.

Гөлрайхан БАҠЫЕВА.

Роман ПОДПОРИН фотолары.
Читайте нас: