+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Июль 2018, 11:14

Эш ойошҡанлы барһа, барыһы ла ваҡытында башҡарыласаҡ

Ужым культураларын сәсеү- яуаплы сара, һәр игенсе уға айырыуса иғтибар бирә. Барыһы ла тупраҡты сәсеүгә әҙерләүҙән башлана. “Маяҡ” йәмғиәтендә был мөһим эште Николай Егоровҡа ышанып тапшырғандар.

Мехаизатор ауыл хужалығында күп йылдар эшләгән, үҙ эшенә намыҫлы ҡарашта. Уның эш стажы 17 йыл тәшкил итә. Ул Яңы Софиевка ауылында тыуып-үҫкән. Заманында Салауат училищеһында автослесаргә уҡып сыҡҡан. Был һөнәре буйынса эшләмәһә лә, белгеслеге бик ярап ҡалған. Техниканы яҡшы белеүсе белгес булараҡ, армия хеҙмәтенән һуң “Пугачев” совхозына эшкә урынлашҡан. Был хужалыҡта уға бер нисә тракторҙы ышанып тапшырғандар. “Маяҡ” йәмғиәтендә механизатор ике тракторҙы техник хеҙмәтләндерә. Әйткәндәй, ҡатыны Фирүзә Нурғәли ҡыҙы ла ауыл хужалығында эшләй, ул “Нива” йәмғиәте ашнаҡсыһы. Егоровтарҙың ике улдары бар. Өлкәндәре Ринат- Мәскәүҙә, кеселәре Вадим Ишембай нефть колледжы студенты.

Николай Васильевич К-700 тракторында пар ерҙәрен эшкәртә. Аяҙ көндәрҙә ул баҫыуҙа кискә тиклем тотҡарлана.

-Яҡшы эшләй, нормаһын арттырып үтәй һәм ошо хеҙмәт етештереүсәнлеге арҡаһында сәсеүгә әҙерлекте иртә тамамлап, ваҡытында сәсә башларбыҙ, тип уйлайым,- ти “Маяҡ” йәмғиәте етәксеһе Сәғит Әсғәт улы Дәүләтбаев.- Ужым культураларын 300 гектар майҙанға сәсергә планлаштырабыҙ. Бойҙай орлоғо етерлек кимәлдә бар һәм яҡшы сифатлы. “Ҡунаҡбаев иҫтәлегенә” сортлы элиталы арыш орлоғо бар. Уны үҙебеҙҙең баҫыуҙа 200 гектар майҙанда сәсеп үҫтерҙек. Был киләһе уңыш өсөн бик мөһим, проблемалар килеп сыҡмаҫ, тип ышанабыҙ. Һатыуға йәиһә башҡа район хужалыҡтары менән алмашыуға ла ҡалыр, тип уйлайбыҙ. Сәсеүгә шулай уҡ техника һәм яғыулыҡ-майлау материалдары әҙерләнгән. “Омичка” сапҡыстары менән агрегатланған ике К-700 тракторы менән сәсәсәкбеҙ.

Ужым культураларын сәсеүгә әҙерләү менән бер юлы ауыл хужалығы предприятиеһында йәмәғәт малдарына мал аҙығы әҙерләү эштәре ла бара. Бының менән ЖВЗ-7 тағылмалы сапҡыслы “Беларусь” тракторында Юрис Йәлилов менән үҙйөрөшлө КПС-5 сапҡысында Иван Сидоров мәшғүл. Пресс- йыйғыста Волков Владимир бесәнде төргәкләй. Ул шулай уҡ Николай Егоров менән ужым культураларын сәсеүҙә ҡатнашасаҡ. КАМАЗ-да төргәктәрҙе баҫыуҙан фермаға Владимир ташый, КУН менән Мәүлет Илбахтин тейәй. Мал аҙығы әҙерләүселәр малдарҙы ҡышлатыу өсөн 300-ҙән ашыу тонна сифатлы бесән әҙерләгән.

Маяҡтарҙың эше байтаҡ. Ваҡытында эшләп өлгөр генә. Эштәр көйлө ойошторолғанда, барыһы ла ваҡытында эшләнәсәк.

Татьяна ЗӘЙНУЛЛИНА.

Роман ПОДПОРИН фотоһы.
Читайте нас: