+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
31 Июль 2018, 11:13

Мөмкинлектәр һөҙөмтәләргә юл аса

Тормош һәм хеҙмәт шарттарын яҡшыртыу- “Берҙәм Рәсәй” фирҡәһенең“Реаль эштәр” проектының төп маҡсаттарының береһе. Уның бойомға ашырылған идеялары тураһында районыбыҙ гәзитендә даими баҫтырып барабыҙ. Был йүнәлештә тағы бер эш уҙған аҙнала Гончаровка ауыл мәҙәниәт йортонда тамамланды. Унда иҫке тәҙрәләр яңы пластик тәҙрәләргә алмаштырылды. Эштәрҙе “Монтажсервис” йәмғиәте башҡарҙы.

Мәҙәниәт учреждениеһының мәҙәни ойоштороусыһы Мәрзиә Хәлил ҡыҙы Иҙрисованың комментарийы:

-“Монтажсервис” йәмғиәте эшселәре ҡыҫҡа ваҡытта костюмдар, методика кабинеттарында һәм запас инеү яғындағы баҫҡыс майҙансығында биш тәҙрә ҡуйҙы. Хәҙер йылы, яҡты, уңайлы. Йәмғиәт етәксеһе төҙөлөш сүп-сарын сығарыу өсөн КАМАЗ бирҙе һәм беҙ, ауыл мәҙәниәт йорто һәм подряд ойошмаһы хеҙмәткәрҙәре, бергәләшеп бинаны һәм эргәһендәге территорияны тәртипкә килтерҙек. Ауыл клубы коллективы исеменән мәҙәниәт бүлеге етәкселегенә ярҙамдары һәм “Монтажсервис” йәмғиәтенә эште ваҡытында, сифатлы башҡарыуҙары өсөн рәхмәт белдерәм. Хеҙмәт шарттарының яҡшырыуына бик шатбыҙ, бөтә көсөбөҙҙө һалып эшләргә тырышасаҡбыҙ.

Мөмкинлектәр булһа, һөҙөмтә лә буласаҡ. “Реаль эштәр” проекты инициативаларҙы һайлау юлы менән көнүҙәк проблемаларҙы бергә хәл итеү мөмкинлеген бирә.

А. МАРАТОВА.

Роман ПОДПОРИН фотоһы.
Читайте нас: