Беҙ уның “Татар мәҙәниәтен үҫтереүгә тос өлөш индергән өсөн” Бөтә донъя татарҙар конгресы миҙалы менән бүләкләнеүе хаҡында яҙғайныҡ инде. Күптән түгел уның инстаграмында татар милли кейемендәге фотоһы “Мин-татар 2018” конкурсында беренсе урын яулауы хаҡында белдек. Розалияның әсәһе янына ҡунаҡҡа ҡайтыуын ишетеү менән, аралашып алырға булдыҡ.
Мөләйем, сибәр ҡыҙ Аҡбулат ауылында һеңлеһе Зилә менән үҫкән. Атаһы Илгиз Баҡыев фани донъяларҙа юҡ инде, әсәһе Гүзәл- медицина хеҙмәткәре, район дауаханаһында эшләй. Мәктәп йылдарында уҡ Розалия үҙешмәкәр сәнғәттә ҡатнашҡан, йырларға- бейергә маһир булған.
Һорғотҡа киткәс, бәхетле осраҡ уны кәрәкле кешеләр менән таныштырған. Хәниә Фәрхи концертына билет һатып алып торғанда, сибәр ҡыҙға Нурия Әхәт ҡыҙы Йыһаншина иғтибар иткән. Уның татар телен яҡшы белеүен, өҫтәүенә, йырлауын, бейеүен дә белгәс, ул бик ҡыуанған. Уны үҙе етәкләгән Һорғот ҡалаһынының милли-мәҙәни татар автономияһы офисына саҡырған. Әйткәндәй, ҡалала татарҙар рустарҙан ҡала икенсе урында, шуға ла йәмәғәт ойошмаһы бында әүҙем эшләй.
Шунан бирле Розалия автономия ҡарамағындағы “Сандугач” ансамблендә ҡатнашып киткән, улар йырлайҙар, бейейҙәр, улар менән белгестәр- музыканттар, хормейстерҙар, хореографтар шөғөлләнә. Йылына бер нисә концерт бирәләр. Аҙна һайын ҡаланың татар-башҡорттары өсөн сара үткәрәләр. Розалия автономия составы ағзаһы, ул ундағы квартал һайын баҫтырылған гәзиттең баш редакторы.
Ғәилә бәхетен дә ҡыҙ шунда- автономияла осратҡан, буласаҡ ире менән ошонда танышҡандар. Илназ Марат улы Һорғотта нефть компанияһында инженер булып эшләй, Розалия Һорғот бөтә донъя иҡтисад һәм менеджмент институтын тамамлағандан бирле “Мегафон” компанияһында маркетинг буйынса белгес булып эшләй. 9 айлыҡ улдары Самир үҫеп килә.
Йәш ғаиләлә мауығыуҙарының берҙәмлеге ҡыуаныслы. “Улыбыҙ ҙа мауығыуыбыҙҙы уртаҡлашыр, беҙ быны бик теләр инек. Татар телен яратыр, яҡшы белер”,- ти Розалия.
Беҙ уларға тик уңыштар, уй-хыялдарының бойомға ашыуын теләйбеҙ.