1 августа М.В. Фрунзе исемендәге кооперативта булдыҡ. Баҫыуҙа ужым арышын йыйыу эштәре бара ине, агроном Ринат Сәйфуллин менән осрашып һөйләштек. Аяҙ көндәрҙә фрунзеләр борсаҡ йыйыу, пар ерҙәрен эшкәртеү менән мәшғүл. Бесән әҙерләп бөтөлгән, сенаж һалыу эштәре бара.
Борсаҡ һуҡтырыу менән мәшғүл булған ике “Акрос 550” комбайнында Флүз һәм Илнур Сабитовтар эшләй. Риф Кантимеров -“Вектор”, Николай Семенов менән Виталий Иванов “Нива эффект” комбайны менән идара итә. ЗИЛ автомобилдәрендә- Илдар Фәйзуллин менән Наил Кантимеров, КамАЗда Наил Морозов баҫыуҙан иген ташый. Бер нисә көн элек комбайндан тураға 261 гектар майҙандан ужым бойҙайын йыйып бөткәндәр. Гектарынан 34 центнер уңыш алғандар.
Хужалыҡтың ырҙын табағында иртәнән кискә тиклем алынған уңышты таҙартыу менән келәт мөдире Ризван Сабитов, операторҙар Нурияз Сабитов, Филүс Бәшәров һәм Илнур Абдуллин мәшғүл. Водитель Фәнил Насретдинов таҙартылған бойҙайҙы келәткә ташый. Үлсәүсе Рәмил Майнуров барыһын етди иҫәпләп бара.
Хужалыҡта дүрт көн элек ужым арышын сабыуға төшкәндәр. Беҙ килгән көндә агроном бөтә культураның сабылып, яҫмаларға һалыныуын әйтте, 100 гектарҙан әҙерәк майҙан сабаһы ҡалған.
КСУ-1 үҙйөрөшлө сапҡысында тәжрибәле механизатор Михаил Фадеев эшләй. Бығаса ул К-700 тракторында эшләгән. Алексей Русаков кооперативта күптән түгел генә эшләй башлаған. Армияла хеҙмәт итеп ҡайтҡандан һуң йәш егет Наумовка ауыл хужалығы техникумында техник-механикҡа уҡып сыҡҡан, шунан Башҡорт аграр университетында энергетик белгеслеге буйынса ситтән тороп уҡырға ингән. Былтыр ул бесән әҙерләүҙә ҡатнашҡан. Уға Мак Дон сапҡысы менән йыһазландырылған Дон-800 үҙйөрөшлө сапҡыс беркетелгән. Механизаторҙар ужым арышына тиклем бесәнгә һәм сенажға үлән, 250 гектар борсаҡ сапҡандар.
-Афарин, яҡшы эшләйҙәр, көндөҙгө норманы арттырып үтәргә тырышалар,- тип маҡтаны уларҙы кооператив етәксеһе Фәйрүз Ғәлиев телефондан һөйләшкәндә.- Хужалыҡта ураҡ яҡшы темптар менән бара. Баҫыуҙарҙа ашатыу, техника, янғын хәүефһеҙлеге буйынса эштәр аныҡ ойошторолған. Уңыш ҡыуандыра, сөнки бөтә агротехник ысулдар ҙа башҡарылған. Ваҡытында сәстек, ашлама индерҙек, химик утау үткәрҙек, үҫентеләрҙе ҡоротҡостарҙан һәм ауырыуҙарҙан һаҡлау сараларын күрҙек, әле ураҡ эштәре оптималь ваҡытта бара,- тип өҫтәне ул. Фәйрүз Заһретдин улы хужалыҡтың баш агрономы, инженеры, бригадирының хеҙмәтен ыңғай баһаланы. Мул уңыш алыуға йүнәлтелгән яҡшы эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе.
Ужым арышынан һуң иген йыйыу звеноһы арпа баҫыуына күсәсәк. Яҡын арала орлоҡҡа ҡандала үләнен йыйып алыу бурысы тора. Билдәле булыуынса, ураҡ игенселәр өсөн ҡыҙыу һәм яуаплы мәл. Шуларҙы аңлап, фрунзеләр ауыл хужалығы эштәрен аңлы планлаштырып бойомға ашыра, шуға ла һөҙөмтәләр ҙә ҡыуанырлыҡ.