Ул Новоселка ауылында тыуып-үҫкән. Кескенәнән шуҡ малай булған. Аттестат алғандан һуң Мәләүез ҡалаһында автомәктәптә уҡыған, сөнки ул техникаға мөкиббән булған. Алыҫ юлдарҙа йөрөү, сит яҡтарҙы күреү хыялы менән янған егет шофер белгеслеген һайлаған. Армия хеҙмәтен Венгрияла үткән, сит илдәрҙе күреү хыялы ла бойомға ашҡан. Хеҙмәт юлын “Родина” колхозында башлаған, унда белгеслегенең серҙәренә төшөнгән, теләһә ниндәй тракторҙа, машинала ла эшләй ала. Колхоз рәйесе М.С. Русаковты йөрөткән мәлдә техникаһы һәр саҡ төҙөк булған. Хужалыҡ эштәре буйынса улар ҡайҙа ғына булмаған! “Мәләүез-Кирюшкин” рейс автобусында эшләгәндә лә яҡшылар иҫәбендә булған.
Ағымдағы йылдың майында граждандар йыйылышында новоселкалар уны ауыл старостаһы итеп һайланы. Тәүге көндән ул йәмәғәтселек эшенә сумды. Мәшәҡәттәр, проблемалар етерлек ине- өй алды территорияларын төҙөкләндереү, йылға буйҙарынан, зыярат территорияһынан сүп-сарҙы сығарыу, Шарлыҡ урамында һәм сиркәү тирәһендәге юлға ҡырсынташ түшәү, ауыл үҙәгендәге Пикейка йылғаһы аша күперҙе ремонтлау. Леонид Васильевичтың эште оҫта ойоштора белеүе, халыҡты берләштереүе арҡаһында төҙөлөш материалдары ла, техника ла табылды. Иң беренсе булып изге эштәргә “себерҙәр” һәм Мәләүез ҡалаһынан эшҡыуарҙар Козловтар һәм Даниловтар менән Согомонян ҡушылды. Бөтә эшендә лә старостаға ҡатыны Тамара Николаевна, битараф булмаған йәштәр ҙә, өлкән быуын кешеләре лә ҙур ярҙамсы булды. Барыһына ла ҙур рәхмәтебеҙҙе белдергебеҙ килә. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә күп эштәр башҡарылды. Оҫта ҡулдар элекке умарталыҡ территорияһында ысын хозур тәбиғәт мөйөшө яһаны- ҡеүәтле насос менән шишмәне таҙартты, тимер-бетон ҡулса, ҡапҡас, оҙон өҫтәл, эскәмйәләр түбә аҫтына ҡуйылды, бөтә ағас төҙөлөштәр ҙә сағыу Рәсәй һәм Башҡортостан флагтары төҫөнә буялды. Ял итеүселәрҙең уңайлығы өсөн барыһы ла эшләнде. Хәҙер инде ауыл халҡының һәм ҡунаҡтарының ҙур бурысы- ошо матурлыҡты һаҡлап ҡалыу.
Ошондай битараф булмаған, инициативалы кешеләр арҡаһында ауылыбыҙ яҡшы яҡҡа үҙгәрә, матурлана һәм уңайлылана.