-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Август 2018, 10:53

Техника менән дә, йәш белгестәр менән дә тәьмин ителгәндәр

“Линар” йәмғиәтендә ураҡ эштәрен ҡыҫҡа ваҡытта үткәрергә һәм ужым культураларын ваҡытында сәсергә йыйыналар. Ямғырҙар ураҡ темптарын боҙһа ла, линарҙар тырышлыҡ күрһәтеп, ул көндәрҙең эшен бөтөрөп тә ҡуйған. Көндәр аяҙайыу менән комбайнсылар шипкәнде йыйып бөтөп, ужым бойҙайы сәселгән баҫыуға төшкәндәр.

Хужалыҡта ужым һәм яҙғы культуралар 1551 гектар майҙанды биләй. Комбайндары берәү генә булғас, линарҙар йыл да ураҡҡа техниканы ситтән йәлеп иткән. Уның эшенә түләү өсөн миллион һум аҡса киткән. Быйыл техникаға аҡса йәлләмәҫкә булғандар һәм кредитҡа техника алғандар. Ураҡ эштәренә баҫыуға өс комбайн сыҡҡан. ЖВЗ-7 сапҡыслы “Белорус МТЗ-82” тракторы ла яҡшы ярҙам иткән.

-Һатып алынған техникаға сығымдар ҡапланасаҡ, өҫтәүенә сығымдарҙың 40 проценты республика бюджетынан субсидиялана, - тине “Линар” йәмғиәте етәксеһе Вилнар Викторович. - Техниканың барыһы ла эштә. Тракторҙа - Сергей Алексеев, “Нью Холланд” комбайндарында Валерий Козлов менән Азамат Байгилдин эшләй. “Акрос-550” комбайны менән Таһир Мостафин идара итә. 1068 центнер шипкән, 150 гектар гәрсис һәм 418 гектар ужым бойҙайы сабылған. Ужым арышын, арпа, һоло, нут, көнбағыш һәм рапс йыяһы бар. 1000 гектар майҙанға ужым культураларын сәсеүгә баҫыуҙы әҙерләйбеҙ.

Хужалыҡ етәксеһе мал аҙығы әҙерләү дауам итеүен әйтте. Барлығы 3085 тонна сенаж һалынған, бесән планға ҡарата 50 процентҡа күберәк әҙерләнгән. Июлдә. бесән әҙерләү өсөн, буш баҫыуҙарҙа суданка сәселгән. Уны сентябрь башында сабырға планлаштыралар. Вилнар Викторович әйтеүенсә, был миҙгелдә ураҡҡа йәлеп ителгән бөтәһе лә намыҫлы эшләй.

-Коллективыбыҙ тырыш, ныҡ, иң мөһиме аңлаусан, - тип маҡтаны Вилнар Викторович хеҙмәтсәндәрҙе. - Аңлы рәүештә ойошторолған ураҡ эштәре лә эшкә ыңғай йоғонто яһай. Иген ташыуға йәлеп ителгән комбайнсылар һәм водителдәр иртәнән кискә тиклем эшләйҙәр. Ике мәртәбә ҡайнар аш баҫыуға тура килтерелә.

Алдынғы хужалыҡ үҙен техника менән генә түгел, йәш кадрҙар менән дә тәьмин иткән. Быйыл йәй агроном Әнәс Хәбибуллин менән агроном-орлоҡсо Айгөл Йосопова эшкә килгән. Ике белгес тә БДАУ-ҙы тамамлаған. Әнәс уҡыған саҡта ошо хужалыҡта практика үткән, ураҡта ҡатнашҡан. Ошо арала йәштәр ғаилә ҡороп, ауылда эшләргә ҡалырға ниәтләй. Йәш белгестәргә торлаҡ төҙөүҙә ярҙам буласаҡ, әлегә йәштәр Әнәстең ата-әсәһе менән йәшәй.

Хужалыҡ етәксеһенең төп маҡсаты - предприятиеның эшләүе, кешеләрҙең эше һәм лайыҡлы эш хаҡы булыуы. Вилнар Викторович нәҡ шуға ынтыла. Коллектив быны яҡшы аңлай һәм бурыстарын тейешенсә, күтәренке кәйефтә башҡара.


Татьяна ЗӘЙНУЛЛИНА.


Роман

ПОДПОРИН

фотоһы.
Читайте нас: