Ҡаланың тарихи өлөшө буйлап күп йөрөнөк: һәйкәлдәрҙе, матур биналарҙы, скверҙарҙағы һәм парктарҙағы фонтандарҙы ҡараныҡ. Ҡазан соборында булдыҡ, Михаил Кутузовтың ҡәберенә барҙыҡ. Ҡунаҡһарайҙа балауыҙҙан ҡойолған фигуралар күргәҙмәһенең байлығына иҫебеҙ китте, Ҙур Диңгеҙ урамында балалар өсөн бер юлы биш - контактлы зоопарк, оптик иллюзиялар музейы, “Великан йорто”, “Күңелле фән”, “Кеше эсендә” күргәҙмәләрен ҡараныҡ. Ысын зоопаркта, Йәйге баҡсала, Разлив быуаһы ярындағы Лениндың ҡыуышы эргәһендә лә булдыҡ.
Ҡала Хәрби- диңгеҙ флоты байрамына әҙерләнә ине, беҙ парадтың генераль репетицияһын ҡараныҡ, күперҙәрҙең айырылыуын, Ростраль колонналарҙа уттар ҡабыныуын, Нева буйлап ҡараптар һәм катерҙар йөҙөүен күрҙек. Катерҙа ҡаланың каналдары һәм йылғалары буйлап экскурсия үттек, күп парктарҙа, музейҙарҙа, соборҙарҙа, Кронштадта һәм Петропавлов ҡәлғәһенең Ҡуян уртауында булдыҡ. Бөтә ерҙә лә экскурсоводтар матур урындар, Рәсәй батшалары, ғалимдар, рәссамдар, яҙыусылар, илебеҙҙең башҡа арҙаҡлы граждандары тарихын бәйән итте.
Эрмитажға, Петергоф, Пушкин һәм Ораниенбаум парктарына, Екатерина һарайына һәм Монплезирға мине уҡыусы булғас, бушлай индерҙеләр. Дәүләт музейҙарының күбеһенә әсәйемде- хеҙмәт ветеранын, шулай уҡ бушлай йәиһә ярты хаҡҡа индерҙеләр.
Аҙна аҙағына мин хәлдән тайып, күп тәьҫорттар алып, өйгә ҡайттым. Иҫтәлеккә фотолар, ҡала тураһында ҡыҙыҡлы китаптар ҡалды.
Фёдоровка 2-се мәктәбе уҡыусыһы.