+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Август 2018, 10:46

Кисә флаг көнө булды

Рәсәй Дәүләт флагы көнө- илебеҙ президенты указы менән билдәләнгән рәсми байрамдарҙың береһе. 1991 йылдың 22 авгусында РСФСР Юғары Советы ағзалары ултырышта РСФСР-ҙың милли флагы тураһында ҡарар ҡабул иткән. “Рәсәйҙең тарихи флагын-горизонталь урынлашҡан аҡ, зәңгәр, ҡыҙыл төҫтәге өc һыҙатлы әләмде Рәсәй Федерацияһының рәсми милли флагы тип иғлан итергә”. Өс төҫтәге флаг илебеҙҙең дәүләт флагы булып 1991 йылдың ноябрендә рәсмиләштерелгән, ә 1994 йылдың 20 авгусында Рәсәй президенты Борис Ельцин “Рәсәй Федерацияһы дәүләт флагы көнө тураһында” указына ҡул ҡуйған, уның буйынса Флаг көнө 22 августа 1991 йылдың август ваҡиғалары айҡанлы Рәсәйҙең тарихи флагы тергеҙелеү көнө тип аталған. Тарихтан: Тәүге тапҡыр аҡ-зәңгәр-ҡыҙыл флаг Алексей Михайловичтың батша итеү мәлендә беренсе “Орёл” рус карабында күтәрелгән. Әммә карап яңы байраҡ аҫтында оҙаҡ йөҙмәгән, Волга буйлап Әстерханға тиклем төшкәндән һуң Стенька Разин яҡлылар тарафынан яндырылған. Өс төҫтәге триколорға нигеҙ һалыусы тип Петр 1-се танылған, ул 1705 йылдың (20) 31 ғинуарында указ сығарған, уға ярашлы, “бөтә сауҙа караптары” аҡ-зәңгәр-ҡыҙыл флагты күтәрергә тейеш булған. Өлгөнө үҙе һыҙған, һыҙаттарҙың тәртибен дә билдәләгән. Әммә рәсми статусын флаг тик 1896 йылда ғына алған, ул саҡта Николай II таж кейгәндә Юстиция министрылығы “аҡ-зәңгәр-ҡыҙыл төҫ кенә милли тип һаналасағын” билдәләгән.1918 йылдың апрелендә большевиктар Яков Свердлов инициативаһы буйынса был төҫтәрҙе ябайлаштырыу һәм революция төҫө-ҡыҙыл флаг тураһында ҡарар ҡабул иткән.

Рәсәй Дәүләт флагы көнө- илебеҙ президенты указы менән билдәләнгән рәсми байрамдарҙың береһе.

1991 йылдың 22 авгусында РСФСР Юғары Советы ағзалары ултырышта РСФСР-ҙың милли флагы тураһында ҡарар ҡабул иткән. “Рәсәйҙең тарихи флагын-горизонталь урынлашҡан аҡ, зәңгәр, ҡыҙыл төҫтәге өc һыҙатлы әләмде Рәсәй Федерацияһының рәсми милли флагы тип иғлан итергә”.

Өс төҫтәге флаг илебеҙҙең дәүләт флагы булып 1991 йылдың ноябрендә рәсмиләштерелгән, ә 1994 йылдың 20 авгусында Рәсәй президенты Борис Ельцин “Рәсәй Федерацияһы дәүләт флагы көнө тураһында” указына ҡул ҡуйған, уның буйынса Флаг көнө 22 августа 1991 йылдың август ваҡиғалары айҡанлы Рәсәйҙең тарихи флагы тергеҙелеү көнө тип аталған.

Тарихтан: Тәүге тапҡыр аҡ-зәңгәр-ҡыҙыл флаг Алексей Михайловичтың батша итеү мәлендә беренсе “Орёл” рус карабында күтәрелгән. Әммә карап яңы байраҡ аҫтында оҙаҡ йөҙмәгән, Волга буйлап Әстерханға тиклем төшкәндән һуң Стенька Разин яҡлылар тарафынан яндырылған.

Өс төҫтәге триколорға нигеҙ һалыусы тип Петр 1-се танылған, ул 1705 йылдың (20) 31 ғинуарында указ сығарған, уға ярашлы, “бөтә сауҙа караптары” аҡ-зәңгәр-ҡыҙыл флагты күтәрергә тейеш булған. Өлгөнө үҙе һыҙған, һыҙаттарҙың тәртибен дә билдәләгән.

Әммә рәсми статусын флаг тик 1896 йылда ғына алған, ул саҡта Николай II таж кейгәндә Юстиция министрылығы “аҡ-зәңгәр-ҡыҙыл төҫ кенә милли тип һаналасағын” билдәләгән.

1918 йылдың апрелендә большевиктар Яков Свердлов инициативаһы буйынса был төҫтәрҙе ябайлаштырыу һәм революция төҫө-ҡыҙыл флаг тураһында ҡарар ҡабул иткән.
Читайте нас: