“Берҙәм Рәсәй” фирҡәһенең Генераль советы һәм фракциялары етәкселәре Советының берҙәм ултырышы булды, унда пенсия системаһын камиллаштырыу буйынса тәҡдимдәр тураһында һөйләшеү барҙы. Унда БР Дәүләт Йыйылышы- Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев ҡатнашты.
Константин Толкачев әйтеүенсә, ултырышта Рәсәй Конституцияһы тарафынан гарантияланған дәүләт пенсияһы менән тәьмин итеүҙе бөтөрөү тураһында һүҙ бармаған һәм был мөмкин дә түгел. “Элек килешенгән килешеүҙәр буйынса граждандарҙың тупланма пенсия алыуға хоҡуҡтарын тәьмин итергә кәрәклеге билдәләнде. Йәғни, был осраҡта граждандар үҙҙәренең тупланмаһын элеккесә 55 һәм 60 йәштә аласаҡ”,- тине ул.
Тәҡдимдәр иҫәбендә- пенсия алды хеҙмәткәрҙәренә өҫтәмә түләүле отпускы һәм йыл да бушлай диспансерлаштырыу мөмкинлеген биреү. “Пенсия реформаһының төп бурысы – пенсионерҙарҙың килемдәрен реаль арттырыу, тормош кимәлен үҫтереү”, - тип өҫтәне республика парламенты спикеры.
Константин Толкачев шулай уҡ фирҡәнең РФ Президенты Владимир Путинға бөтә тәҡдимдәр буйынса ла ыңғай ҡарар сығарыу үтенесе менән мөрәжәғәт итәсәген әйтте. Пенсия системаһын камиллаштырыу тураһындағы дискуссия парламент-йәмәғәт тыңлауҙары уҙасаҡ Дәүләт Думаһы майҙанында дауам итәсәк.
Ултырыш йомғаҡтары буйынса ҡарар ҡабул ителде:
1. Ҡатын-ҡыҙҙар өсөн 55 йәштән, ир-аттар өсөн 60 йәштән төбәк льготаларын һаҡлап ҡалырға. Төбәккә бәйле, был торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәренә түләүҙәр (субсидиялар), транспорт һалымы, йорттарҙы капиталь ремонтлау, газ үткәреү, ҡала транспорттарында йөрөү өсөн түләү, медикаменттар һатып алыуға льготалар.
2. Төҙөлгән килешеүҙәрҙә пенсияның тупланма өлөшөн алыу өсөн бөгөнгә билдәләнгән йәште һаҡлау (ир-аттарға – 60, ҡатын-ҡыҙҙарға 55 йәштән).
3. Пенсия алды йәшендәге хеҙмәткәрҙәргә бушлай диспансерлашыу мөмкинлеген һәм уны үтеү өсөн хеҙмәт хаҡы һаҡланылған ике көн биреү.
4. Рәсәй пенсия фондына конфискацияланған аҡсаны ебәреү.
5. Дәүләт Думаһы һәм Федерация Советы депутаттары өсөн юғары (льготалы) пенсияны бөтөрөү.
6. Алдан пенсияға сығыу хоҡуғын биреүсе стажды 37/42 (бығаса 40/45 ине) йылғаса ҡыҫҡартыу (пенсия йәше тулғансы ике йылдан алдан пенсияға сығыу шарты менән).
7. Өлкән йәштәге кешеләргә ҡабаттан уҡыуға һәм квалификация күтәреүгә өҫтәмә отпускы биреү.
8. Әлеге ваҡытта пенсионерҙар (55/60 йәш) өсөн ваҡлап һатыу селтәрендә булған ташламаларҙы шул уҡ йәш төркөмдәрендә пенсия алды граждандарына ла булдырыу (селтәрле компаниялар менән килешеү буйынса).
Киң мәғлүмәт саралары материалдарынан.