2018 йылдың 5 сентябрендә Башҡортостан Хөкүмәте яңы уртаса айлыҡ йәшәү минимумы күләмен билдәләнгән ҡарар сығарҙы. Ағымдағы йылдың икенсе кварталында ул 9014 һум тәшкил итте. Ул йән башына уртаса айлыҡтан сығып иҫәпләнә.
Төп социаль-демографик халыҡ төркөмө өсөн йәшәү минимумы түбәндәге күләмдәрҙә билдәләнде: 9552 һум — эшкә һәләтле халыҡ өсөн, 7315 һум — пенсионерҙар өсөн һәм 9182 һум — балалар өсөн.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2018 йылдың беренсе кварталында уртаса айлыҡ йәшәү минимумы Башҡортостанда 8615 һум тәшкил итте.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.