+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Сентябрь 2018, 11:09

Финанс сәйәсәте күп ҡырлы

Һөнәри байрамдары- Финансистар көнө алдынан хәбәрсебеҙ менән әңгәмәлә райондың финанс идаралығы начальнигы В.П. Фадеев ҡатнаша.

-Дөйөм алғанда, барыбыҙ ҙа финанс идаралығының финанстар менән мәшғүл булыуын аңлайбыҙ. Эшегеҙ тураһында, дәүләт финанс эшенең барлыҡҡа килеү тарихын ентеклерәк белге килә, Виктор Петрович.

-8 сентябрҙә РФ Финанстар министрлығына 216 йыл тула. Финанс органдары дәүләтселек барлыҡҡа килеү осоронан бирле эшләп килә. Рәсәйҙә 9 быуатта уҡ финанс эше барлыҡҡа килгән. 1 быуатта яһаҡ йыйыу буйынса чиновниктар- яһаҡсылар, 14-16 быуаттарҙа кенәздәр ҡаҙнаһы булған. 16-18 быуаттарҙа финанс тармағындағы реформалар Бойороҡтар селтәрен ойоштороуға этәргән, артабан улар Иван Грозный батшалыҡ иткәндә тулы хоҡуҡлы учреждениелар булып киткән. Петр 1 үҙгәртеп ойоштороп, үҙәк учреждениеларҙы коллегиялар тип атаған. Екатерина ла дәүләттәге үҙгәрештәре менән танылған. 1802 йылдың 8 сентябрендәге Манифесы менән император Александр 1 һигеҙ министрлыҡты раҫлаған, шулар иҫәбендә финанстар министрлығын да.

Тарихтан күреүебеҙсә, иҡтисадтың һәм бөтә йәмәғәтселектең үҫеше дөрөҫ финанс сәйәсәте булғанда ғына мөмкин.

Алдыбыҙҙа район территорияһында берҙәм финанс, бюджет һәм һалым сәйәсәтен бойомға ашырыу, район бюджетын төҙөү һәм уны башҡарыуҙы ойоштороу буйынса аныҡ мәсьәләләр тора. Бюджетты планлаштырыуҙы, финанслауҙы һәм отчетлылыҡты камиллаштырыу буйынса эш, район бюджетынан сараларҙы һөҙөмтәле файҙаланыу, бюджет саралары менән операцияларҙы финанс контролләү һәм район бюджетында ҡаралған килемдәрҙең ваҡытында һәм тулыһынса күсерелеүен күҙәтеү бурыстары инә, беҙ уның һалым потенциалының арттырылыуын тәьмин итәбеҙ.

-Республика органдары яғынан килгән тупланмаларҙан тыш, районда бюджет процесын булдырыуҙа кемдәр ҡатнаша?

-Район территорияһында килемдәрҙе 15 администратор һәм 14 ауыл биләмәһе булдыра. Ағымдағы йылдың 1 сентябренә консолидацияланған бюджет килеме 302,7 млн һумға башҡарылған, 2018 йыл йөкләмәһенән 64,4% тәшкил итә. Шул иҫәптән һалым һәм һалым булмаған килемдәр 71,8 млн һумға- 68%-ҡа башҡарылған, ҡайтарғыһыҙ килемдәр- 230,9 млн һум- 63% тәшкил итә.

Район бюджетын булдырыуҙа әһәмиәтле роль урта һәм кесе бизнес субъекттарына тура килә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, иҫәп һәм отчет алып барыуҙа хәл ителмәгән мәсьәләләр ҙә байтаҡ, улар: башҡарылған эштәрҙе тулыһынса күрһәтмәү, эшләүселәрҙе РФ Хеҙмәт Кодексына ярашлы рәсмиләштергәндәге теүәлһеҙлектәр, милек һәм ер, “конверттағы” эш хаҡы, һөҙөмтәлә- һалым һәм һалым булмаған саралар килмәй, шуның арҡаһында, билдәле булыуынса, бюджет зыян күрә.

-Райондың ауыл билмәләре менән нисек эшләйһегеҙ? Бюджеттың төрлө социаль программаларҙа ҡатнашыуына килгәндә хәлдәр нисек?

-Ауыл биләмәләренең килем базаһын арттырыу буйынса законда ҡаралған сараларҙы күрәбеҙ һәм уларҙың муниципаль финанс саралары менән идара итеүен булдырабыҙ.

Бөгөнгә урындағы башланғыстарға ярҙам программаһы буйынса 7,3 млн һумлыҡ һигеҙ проект бойомға ашырыла, шуларҙың 4599, 92 мең һумы республика бюджетынан, 2379,1 мең һумы район бюджетынан һәм бағымсыларҙан. «Берҙәм Рәсәй» фирҡәһенең “Реаль эштәр” программаһы буйынса районда дөйөм суммаһы 1953,0 мең һумлыҡ 15 проект бойомға ашырыла, шул иҫәптән республика бюджетынан субсидия 1691,0 һум тәшкил итә.

-Бындай көсөргәнешле эштә финанс бүлегенең бөтә коллективы ла ҡатнаша, әлбиттә. Һөнәри байрамығыҙ алдынан көн геройҙарын атап үтмәҫһегеҙме?

-Коллективыбыҙҙа тәжрибәле, үҙ эшенә тоғро, яратҡан эштәренә оҙаҡ йылдарын бағышлаған һөнәрмән- белгестәр эшләүен әйтеп үткем килә. Улар- баш бухгалтер Рима Мөхәмәтйәнова, бюджет үтәлеше секторы мөдире Гүзәл Аҡсурина, белгестәр Фәйрүзә Батыршина, Рәйлә Бохараева, Ксения Туҡтарова, эшселәр Юрий Пашин, Роза Мөрсәлимова. Был тармаҡта күп йылдар эшләгән ветерандарыбыҙ Хәтим Мөрсәлимовты, Антонина Летунованы, Анна Турбинаны, Наталья Агапованы, Любовь Шлентованы, Рәшит Исхаҡовты рәхмәт һүҙҙәре менән иҫкә алабыҙ.

Финанс идаралығы хеҙмәткәрҙәрен, ветерандарын, бюджет процесында ҡатнашыусыларҙың барыһын да Финансистар көнө менән ихлас ҡотлайым. Ныҡлы иҫәнлек, бәхет, уңыштар, әлбиттә, финанс именлеге теләйем.

Гөлрайхан БАҠЫЕВА әңгәмәләште.

Роман ПОДПОРИН фотоһы.
Читайте нас: