+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Сентябрь 2018, 11:12

Талантлы халыҡ йәшәгән ауыл

Фёдоровка үҙәгенән алыҫта урынлашҡан, эшһөйәр, талантлы, ябай халыҡ йәшәй бында. Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең дә әүҙемлеген билдәләмәйенсә булмай. Август аҙағында үткән Шәжәрә байрамы сағыу, талантлы шәхестәрҙе асты. Дөрөҫөн әйткәндә, аптыратты ла.

Байрам баянда халыҡ көйҙәрен уйнауҙан башланды. Алып барыусылар Зөлминә Ханнанова менән Зәлиә Вәлитова сараны асҡанда уның ғаилә йылына бағышланып, “Нәҫелдәрҙең көсө- татыу ғаиләләрҙә” девизы менән үтәсәген иғлан итте.

Ғафаровтар байрамға ауылдаштары өсөн ауыл клубында ҙур байрам өҫтәле ҡорғайны. Бина эсе тема буйынса биҙәлгәйне. Тәүҙә ҙур нәҫел ағасының бер тармағы хаҡында Фирүзә Ғафарова бәйән итте (нәҫел ағзалары ҡыҙ саҡтарындағы фамилиялары менән атала). Шәжәрәләре хаҡында бәйән иткәндә ул нәҫелдәренең биш быуынғаса билдәле булыуын һәм белемле муллалар барлығын да әйтеп үтте.

Ата-бабалары хаҡында Әминә Ғәбдрәшитова һөйләне. Үҙе Мәләүездә йәшәй, ағай-апайҙары медицина тармағында эшләй. Иң ҙур ғорурлыҡтары (бөтә райондыҡы ла) өлкән ағайҙары Хәмзә Зәки улы Әбдрәшитов- медицина фәндәре докторы, республика дауаханаһында хирург булып эшләй. Оҙаҡ йылдар хирургия бүлеге мөдире булған. Балалары ла, атайҙары һымаҡ, фамилияларына тап төшөрмәй, улы Мәскәүҙә эшләй, медицина фәндәре кандидаты. Ҡыҙы ла медик, сит илдә йәшәй.

Бөгөн Ғафаровтар нәҫеленән иң өлкәндәре Нәғимә апайҙың ҡыҫҡа ғына телмәренән һуң, уның һүҙен Стәрлетамаҡ районының Наумовка ауылында йәшәгән, әммә иртә фажиғәле һәләк булған ҡустыһы Зөфәрҙең балалары дауам итте. Айзат Ғафаров алдынғы механизатор, оҫта гармунсы, йырсы, Һабантуйҙарҙа көрәштә еңеп һарыҡтар алыусы атаһы тураһында һөйләне. Улы Әмир атаһы һымаҡ, баянда уйнап, ауылы тураһында моңло йыр башҡарҙы. Һеңлеләре Айгөлгә атаһының көрәшеү таланты күскән, республика һәм Рәсәй ярыштары чемпионы, сит ил призеры, ауыр атлетика буйынса Рәсәй рекордсмены. Әле Сочиҙа йәшәй, йәш спортсыларҙы тренировкалай. Уның наградалары- кубоктары, миҙалдары, байрам өҫтәленә теҙелгәйне. Әйткәндәй, әсәйҙәре Флүрә апай элекке К. Маркс колхозында һауынсы булған, армреслинг буйынса еңеүҙе бер кемгә лә бирмәгән.

Бына шундай төрлө-төрлө ғаиләләр был нәҫелдә. Йәнә бер талантлы Ғафаровтар Нурлығаян менән Гөлнәфис яҡташтарын үҙ йырҙары менән ҡыуандырҙы. Әтәс ауыл клубы мөдире Раушан Ғәйнуллина- сығышы менән Ғафарова, атаһы Фәйзрахман ағайҙың да гармунсы, йырсы булыуын әйтеп үтте.

Алып барыусылар сара барышында яҡташтары өсөн концерт номерҙары менән сығыш яһаған үҙешмәкәр сәнғәт артистарының ғаиләләре менән таныштырҙы. Ҡалала йәшәһәләр ҙә, ауылдаштары алдында даими сығыш яһаусы апайлы-һеңлеле Ғәбдрәшитоваларҙың йырҙарына һоҡланмай булманы. Шулай уҡ Гөлнара Ҡаһарманованың улдары Илгиз һәм Илнар менән сығышы, атайҙары Фәнис тә гармунсы- ураҡта ине, ҡыҙҙары Азалия менән Рузалинаның әсәйҙәре, дүрт бала әсәһе Зәлиә Мортазинаның сығыштары ла бер кемде лә битараф ҡалдырманы.

Яҡшы ойошторолған, ата-бабаларҙы иҫкә алыу, барлау кисәһе барыһын да берләштерҙе, был ауылға иғтибарлыраҡ ҡарау, аңлау, юғарыраҡ кимәлдә таныу мөмкинлеген бирҙе. Ауылдарыбыҙҙың баһалап бөткөһөҙ таланттарға бай булыуынан күңелгә рәхәт.

Гөлрайхан БАҠЫЕВА.

Роман ПОДПОРИН фотоһы.
Читайте нас: