+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Сентябрь 2018, 11:07

Тылсымлы асҡыс – наҙлылыҡ һәм һөйөү

Яҡшы тәрбиәсе балалар иртән ата-әсәһе менән еңел һаубуллашһын һәм баҡсала ҡалһын өсөн бәләкәстәрҙе нимә менәндер әүрәтә белә. Мария Кимовна Семёнованы балалар ярата һәм уның янына баҡсаға теләп баралар.

Минең мәҡәләм геройы тәрбиәсе һөнәре менән мәктәптә уҡыған сағында уҡ, йәйге каникул ваҡытында балалар баҡсаһында эшләгәндә танышҡан. Ҡыҙға сабыйҙар менән аралашыуы оҡшаған һәм ул мәктәпкәсә белем биреү педагогы булырға ҡарар иткән. Күмертау педагогия училищеһын тамамлағандан һуң Мария Новосёлка ауылындағы “Уралочка” балалар баҡсаһына эшкә урынлашҡан. Яңы ғына эшләй башлаған кешегә тәрбиәсе булыуы тәүҙә еңел булмағандыр, әлбиттә. Һәр баланың көйөн көйләргә, йыуата белергә лә кәрәк бит. Мария Кимовнаның эше ырамлы ғына барған. Тәжрибәле остаздары уға коллективта үҙ урынын табырға ярҙам иткән.

2001 йылда Марияның тыуған ауылы Кирюшкинда “Родничок” балалар баҡсаһы асылған. Ул ошо мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһына эшкә күскән һәм үҙ һөнәри бурыстарын яҡшы башҡарып ҡына ҡалмай, Башҡорт дәүләт педагогия университетының Күмертауҙағы филиалында ситтән тороп белем дә алған. 23 йыл эшләү дәүерендә Мария Кимовна Өфөгә квалификация күтәреү курстарына ла әллә нисә тапҡыр барған инде. Әле ул ситтән тороп имтихандар тапшыра.

Тәрбиәсенең һәр эш көнө балаларҙы ҡаршылауҙан башлана. Уның төркөмөнә йәш ярымлыҡтан башлап өс йәшкә тиклемге балалар йөрөй. Мария Кимовна бәләкәстәрҙе алдаштыра белә. Һәр баланың күңеленә айырым асҡыс таба ала. Иң мөһиме – ул балаларҙы, эшен ярата, изгелекле, түҙемле. Бала берәй бәләкәй генә проблемаһы менән уның янына килһә, тәрбиәсе бөтә эшен ҡалдырып, уны тыңлай, ярҙамлаша, кәйефен күтәрә.

- Тәрбиәләнеүселәрем – төрлө холоҡло балалар, береһе көйһөҙләнә, икенсеһе тик тормай, шашына, ә кеменәлер күңелһеҙ булып китә. Һәр бала айырым иғтибар талап итә. Береһе менән шаярып алһам, икенсеһенә етди ҡараш ташлау ҙа етә, өсөнсөһөн алдыма алып йыуатһам, ул тыныслана, барыһы ла тәртиптә була, - ти Мария Кимовна.

Иртән ул балаларға физзарядка үткәрә, төштән һуң инде уларҙы төрлө уйындар, дәрестәр көтә - тирә-яҡ мөхитте өйрәнәләр, нимәлер әүәләйҙәр һ.б. Кескәйҙәр бында тәртипкә, ҡалаҡты дөрөҫ тоторға, ҡәләм һәм бумала менән төшөрөргә өйрәнә. Төркөмдә улар рус һәм сыуаш телдәрендә һөйләшәләр.

“Родничок” балалар баҡсаһында күпме быуын балалар тәрбиәләнгән, тәүге белемен алған. Элекке тәрбиәләнеүселәре Мария Кимовнаны әле булһа онотмай, ярата, йылылыҡ менән иҫкә ала.

Балалар баҡсаһы мөдире Вера Никандровна Савельева ла уны тик яҡшы яҡтан ғына ҡылыҡһырланы. Ул үҙе лә уның элекке тәрбиәләнеүсеһе икән. Мария Кимовнаның бығаса ниндәй наҙлы, иғтибарлы булһа, әле лә шундай уҡ үҙ эшен белеп башҡарыусы белгес булып ҡалыуын билдәләне. Ул һәр ваҡыт байрамдарға ҡыҙыҡлы сценарийҙар әҙерләй, ата-әсәләр, башҡалар менән дә уртаҡ тел таба белә.

Эш көнө тамамланыу менән Мария Кимовна үҙ өйөнә ашыға. Унда тормош иптәше Александр Евгеньевич менән өс балаға ғүмер биреп, тәрбиәләп үҫтергәндәр. Өлкән ҡыҙҙары Ксения БДУ-ны тамамлаған, кейәүгә сығып, эшләп тә йөрөй инде. Улдары Алексей - Өфө дәүләт авиация-техник университетының икенсе курс студенты, кескәйҙәре Елисейға дүрт кенә йәш, балалар баҡсаһына йөрөй. Мария Кимовна яҡындары менән аралашыуға бер ҡасан да ваҡытын йәлләмәй.

Татьяна ЗӘЙНУЛЛИНА.

Роман ПОДПОРИН фотоһы.
Читайте нас: