Башҡорт халҡының ете түгел, 40-тан ашыу ырыуы бар. Уларҙың күпселеге Рәсәй дәүләте составына ингәндән һуң үҙҙәренә беркетелгән ерҙәрҙә үҙ аллы волость рәүешендә йәшәгәндәр. Улар иҫәбендә Нуғай даруғаһы Юрматы волосы составына ингән Юрматы ырыуы ла булған.
Быйыл баҫманың 30-сы томы донъя күрҙе, ул рус телендә баҫтырылған, «История башкирских родов. Юрматы» тип атала. Ул авторҙар бүлегенән һәм Ҡушымтанан тора. Ғилми баҫма БР-ның көньяҡ-көнбайыш өлөшөндә тамыр йәйгән Юрматы башҡорт ырыуы тарихына бағышланған. Мәләүез, Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ һәм Фёдоровка райондарында, шулай уҡ Ырымбур өлкәһенең Яңы Сергиев районында йәшәүсе башҡорттар-юрматылар был томдың беренсе өлөшөн тикшереү объекты булды. Китапта атап үтелгән төбәк башҡорттарының тарихи юлы сағылдырылған. Эштең күпселек өлөшөн Ҡушымта биләй, 1917 һәм 1920 йылдарҙағы халыҡ иҫәбен алыу материалдары, шулай уҡ Башҡорт-мещер ғәскәренең VII башҡорт кантоны тураһындағы формуляр яҙмалары, шәжәрәләр, документтар индерелгән.
Был китаптан кәрәкле мәғлүмәтте эҙләй һәм таба белергә кәрәк
Үткән аҙнала район китапханаһының уҡыуҙар залында был китаптың презентацияһы булды, унда 70-тән ашыу кеше ҡатнашты. Улар менән осрашыуға тарихсы-журналист, телепроекттар авторы, тарих фәндәре кандидаты. БР-ның Салауат Юлаев ис. дәүләт һәм журналистика өлкәһендәге Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премиялар лауреаты, “Шәжәрә» халыҡтың тарихи мираҫын өйрәнеү үҙәге директоры Хәмиҙуллин Салауат Ишмөхәмәт улы, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәтселек палатаһының Мәғариф, фән, мәҙәниәт, спорт, туризм һәм йәштәр сәйәсәте буйынса комиссияһы ағзаһы, БР Фәндәр академияһы гуманитар тикшереүҙәр институтының фәндәр буйынса директоры урынбаҫары Солтанморатов Илгиз Замфир улы килгәйне.
Китап авторҙары башҡорт ырыуҙары китаптарын баҫтырыу проекты хаҡында һөйләне. Проект Әнүәр Әсфәндиәровтың «История башкирских сёл и деревень» тип аталған хеҙмәтенең дауамы булып тора. Салауат Хәмиҙуллин башҡорт ырыуҙарының килеп сығышы, генетика фәненең халыҡтарҙы нисек өйрәнеүе, үҙ тамырҙарыңды белеүҙең әһәмиәте, Юрматы ырыуы тарихы этаптары, уның үҙенсәлектәре, тарихи шәхестәре хаҡында һөйләне.
Илгиз Солтанморатов был баҫманың фән менән иҫбатланған мәғлүмәттәргә бай булыуын, китап уҡырға яратмаған йәштәр Интернетта уның электорн версияһын
http://www.academia.edu/37304348/ адресы буйынса табып уҡый аласағын әйтте.
Район хакимиәте башлығы урынбаҫары Э.Н. Сәлишев был баҫманың крайҙы өйрәнеүҙәге ролен билдәләп үтте, презентацияла ҡатнашыусыларға уны ныҡлап өйрәнергә,китапты йәштәребеҙҙе һәм балаларыбыҙҙы тәрбиәләүҙә, мәҙәниә-аңғартыу эшмәкәрлегебеҙҙә файҙаланырға саҡырҙы. Район башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе А.М. Тәтегәсева районыбыҙҙағы башҡорт ауылдары тарихын һөйләп үтте. Үҙенең сығышында ул ауылдарыбыҙҙың ҡартайыуын, уларҙың хәҙерге тормошондағы проблемаларҙы билдәләне. Район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы Т.И. Әхмәров, Яңы Яуыш ауылы китапханаһы китапханасыһы З. А. Ниғмәтуллина был сарала ҡатнашыусыларҙы Советтар Союзы Геройҙары Ғ.А. Әхмәров менән Ғ.А. Ишҡоловтың шәжәрәләре менән таныштырҙы, уларҙың тормош юлы, батырлыҡтары хаҡында әйтеп үтте. Фёдоровка район китапханаһы етәксеһе З.Р. Мөхәмәтйәнова был баҫма авторҙары коллективына районыбыҙ халҡы, бигерәк тә был китапты үҙ эшмәкәрлегендә ҡулланасаҡ китапханалар хеҙмәткәрҙәре өсөн ҡиммәтле бүләк өсөн рәхмәт белдерҙе һәм уларҙың артабанғы эшендә уңыштар теләне.
Өфөнән килгән мәртәбәле ҡунаҡтар менән был аралашыу бик йылы мөхиттә үтте. Был осрашыуға килгән район мәктәптәренең тарих уҡытыусылары, район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзалары, китапханасылар, мәктәп музейҙары етәкселәре, крайҙы өйрәнеүселәр, уҡыусылар сығыштарҙы йотлоғоп тыңланы, һорауҙар бирҙе, Салауат Хәмиҙуллин уларға төплө яуап бирҙе, үтенестәрен иҫәпкә алды.
- Беҙ райондарҙа китаптың презентацияларында ҡатнашып йөрөйбөҙ һәм баҫманың халыҡҡа кәрәклеген, уларҙың ҡыҙыҡһыныуын күрәбеҙ. Улар үҙ ата-бабалары хаҡында мәғлүмәттәр эҙләй, һорауҙар бирә. Халыҡтың үҙ тарихын өйрәнергә теләүе ҡыуаныслы, беҙҙең китаптарыбыҙҙы эҙләп, табып алалар, тимәк, улар кәрәкле лә, файҙалы ла,- тине Салауат Ишмөхәмәт улы.
Оло Сытырман, Бала Сытырман ауылдарының һәм район мәҙәниәт йортоноң һәүәҫкәр артистары башҡарған концерт номерҙары сараны тағы ла йәмләндереп-йәнләндереп ебәрҙе.
Осрашыу аҙағында унда ҡатнашыусылар район китапханаһының уҡыуҙар залындағы районыбыҙҙың юрматы ырыуы вәкилдәре хаҡындағы күргәҙмә материалдары менән танышты, китап авторҙарынан автографтар алды. Шулай итеп районыбыҙ халҡы хәҙер башҡорт халҡын үҙ милли мәҙәниәтен, тарихын юғалтыуҙан ҡурсалаясаҡ ҡәҙерле бүләкле-китаплы булды.