Программа бик бай ине, ул өс өлөштән торҙо. Беренсеһе – секцияларҙа эшләү, икенсеһе – сараның пленар өлөшө, өсөнсөһө - иң яҡшы ғаилә парҙарының сығышы. «Фёдоровка районында ғаиләгә ярҙамға һәм тыуымды арттырыуға йүнәлтелгән социаль сәйәсәт сараларын бойомға ашырыу» һәм «фёдоровка районында ғаилә, әсәлек һәм бала саҡ проблемаларын хәл итеүҙә социаль хеҙмәттәшлек» тип аталған ике секция бер юлы эшләне. Икеһендә лә аралашыу “түңәрәк өҫтәл» рәүешендә ойошторолғайны.
Беренсе секция эшен “Ғаилә» үҙәге Фёдоровка бүлексәһе мөдире Раушания Руденко әҙерләп үткәрҙе. Унда ауыл биләмәләре башлыҡтары, мәктәптәр директорҙары, район эске эштәр бүлеге, бәлиғ булмағандар эштәре буйынса комиссия, ЗАГС, сәләмәтлекте һаҡлау системаһы вәкилдәре ҡатнашты. Покровка ауыл биләмәһе башлығы Ғәлиә Йосопова ғаиләләр һәм имен булмаған ғаиләләр менән эш тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Бәлиғ булмағандар эштәре буйынса комиссия секретары Гөлнур Үтәғолова бәлиғ булмағандар араһында һәм уларға ҡарата ҡылынған хоҡуҡ боҙоуҙарҙы профилактикалау тураһында һөйләне. ЗАГС бүлеге начальнигы Полина Никифорова һуңғы биш йылдағы никахлашыусылар, никахтарын тарҡатыусылар һаны, тыуым һәм үлем кимәле хаҡында әйтеп үтте. Район эске эштәр бүлегенең өлкән участка уполномоченныйы, полиция майоры Заһир Рәхимғолов ғаилә-көнкүреш шарттарында шәхескә ҡаршы ҡылынған енәйәттәрҙе киҫәтеү тураһында бәйән итте. Ҡаралған мәсьәләләрҙең көнүҙәклеге бында йыйылыусыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты, улар һорауҙар бирҙе, үҙ фекерҙәрен еткерҙе. Тыуым мәсьәләһе, уның кәмеүе сәбәптәре тураһында әңгәмәләшеү йәнле барҙы, районда демографик хәлде яҡшыртыу буйынса тәҡдимдәр ҙә яңғыраны. Нисек кенә булмаһын, хәл итеү юлдарын табырға кәрәк, тине район хакимиәте башлығы урынбаҫары Эдуард Сәлишев. Был проблеманың килеп сығыуына эш урындары булмауы төп сәбәпсе булып тора, район халҡын кесе эшҡыуарлыҡҡа йәлеп итергә кәрәк.
Икенсе секция эшен район китапханаһы мөдире, район ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Зәйтүнә Мөхәмәтйәнова ойоштороп алып барҙы. Бында ла башлыса һүҙ шул уҡ ғаиләләр проблемалары хаҡында барҙы. Фёдоровка 2-се мәктәбе директоры, район советы депутаты Наталья Анчина райондағы демографик хәл тураһында әйтеп үтте, районда балалар тыуҙырыу йортоноң ябылыуы тураһындағы һорауға яуап бирҙе – районда бала табыусылар әҙ булғас, хеҙмәткәрҙәр штатын тотоу мөмкин түгел.