+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Октябрь 2018, 11:18

Сабыйға балалар баҡсаһына өйрәнеүҙә нисек ярҙам итергә?

Прививкалар эшләнгән, медицина тикшереүе үтелгән- балалар баҡсаһына барырға ла була. Әммә бала баҡсаға барғанда илай, көйһөҙләнә, үҙе өсөн яңы булған коллективҡа барырға теләмәй. Әлбиттә, бындай осраҡта һәр әсәнең йөрәге әрней. Үҙеңде был хәлдә нисек тоторға һуң?

Балалар баҡсаһы- баланың тормошондағы яңы осор. Бала өсөн был тәүге коллектив аралашыу булып тора. Яңы мөхитте, таныш булмаған кешеләрҙе бөтә бала ла бер төрлө, проблемаһыҙ ҡабул итмәй. Бәғзеләр төркөмгә еңел инә, әммә кисен өйҙәрендә илай, бәғзеләре иртән теләп бара, әммә төркөмгә ингәндә көйһөҙләнә башлай. Бала ҙурыраҡ булған һайын баҡсаға еңелерәк өйрәнә.

Психологтар бала өсөн бер нисә кимәл адаптация баҫҡысын айыра. Еңел өйрәнгәндә 2-4 аҙна үтә. Баланың тиҙ өйрәнеүен төркөмгә еңел инеүенән, иламауынан, аралашҡанда педагогтың күҙенә ҡарауынан, ярҙам һорауынан, тиҫтерҙәре менән еңел аралашыуынан, үҙен нимә менәндер мәшғүл итә алыуынан, көн тәртибенә өйрәнеүенән, тәрбиәсенең һүҙҙәренә ыңғай ҡарашта булыуынан, баҡсалағы дәрестәр хаҡында ата-әсәһенә һөйләүенән күрергә була.

Уртаса ауырлыҡта өйрәнеүгә 1,5 ай үтә. Был осраҡта бала йыш ауырый, негатив ҡаршылыҡ күрһәтә, әсәһенән ауыр айырыла, оҙаҡ йөрөмәгән осраҡта илай, онотолоп киткәндә уйын менән мауыға, тиҫтерҙәре, тәрбиәсе менән аралаша, көн тәртибенә ярарға тырыша, һирәк кенә бәхәсле хәлдәр тыуҙыра.

Баҡсаға ауыр һәм оҙаҡ өйрәнгән балалар бөтөнләй юҡ тиерлек. Ҡайһы берҙәре асыҡ агрессия күрһәтә, ҡайһы берҙәре үҙенә бикләнә, баҡсалағы хәлдәрҙән ситтә булыуын күрһәтә. Был осраҡта уның өйрәнеүе өсөн 2 айҙан бер нисә йылғаса ваҡыт талап итергә мөмкин. Ауыр адаптацияның үҙенсәлектәренә тиҫтерҙәре һәм өлкәндәр менән аралашыу теләге булмауы, туҙынып китеүҙәр, ата-әсәһенән ҡалғанда оҙаҡҡа ҡатып ҡалыу, сисенеү бүлмәһенән уйын бүлмәһенә инергә теләмәү, уйнағыһы, карауатҡа ятҡыһы килмәү, агрессив йәиһә киреһенсә, һүлпәнлек күрһәтеү, тәрбиәсенең һүҙенә ҡаршы илау йәиһә ҡурҡыу инә. Был осраҡта инде психологҡа, неврологҡа, балалар табибына мөрәжәғәт итергә кәрәк.

Психологтар баланың баҡсаға өйрәнеүе күпселек факторҙарға бәйле, тип иҫәпләй- нервы системаһы тибына, агрессив йәиһә һөйләшмәүсәнлек, тәрбиәсенең мөрәжәғәтенә адекват ҡарашта булмау.

Баланың яңы мөхиткә өйрәнеүе лә күп факторҙарға - нервы системаһы тибына, сәләмәтлегенә, шәхси һыҙаттарына, ғаилә мөхитенә, балалар баҡсаһы шарттарына бәйле, тип иҫәпләй психологтар. Сәләмәтлеге насар булған, тауыштан тиҙ арыған, көндөҙ насар йоҡлаған, насар ашаған балалар баҡсаға ауыр эйәләшә. Артыҡ хәстәрлектә булған, үҙен хеҙмәтләндерә белмәгән, тынғыһыҙ балалар ҙа балалар баҡсаһына ауыр өйрәнә. Сит кешеләр менән күп аралашҡан балалар баҡсаға тиҙ өйрәнеүсән. Башҡа балалар менән һирәк аралашҡан бала баҡсаға ауыр эйәләшә.

Өйрәнеү процесы уңышлы, тиҙ һәм көсөргәнешһеҙ үтһен өсөн, белгестәр баланы мөһим күнекмәләргә өйрәтергә тәҡдим итә. Шуға ла балалары баҡсаға барырға йыйынған ата-әсәләр түбәндәге ҡағиҙәләрҙе белергә тейеш:

-үҙ аллы кейенергә һәм сисенергә өйрәтергә. Өс йәшлек бала трусигын, колготкаһын, ойоҡбашын һала, майкаһын, кофтаһын кейә белергә тейеш. Ҡаптырғыстар ҙа ауырлыҡ тыуҙырырға мөмкин, әммә уларға ла өйрәтергә кәрәк. Бының өсөн баулы уйынсыҡтар һатып алырға була;

-ҡалаҡ һәм сәнске менән ҡуллана белергә. Бының өсөн шешәләрҙән, ҡапҡаслы көрөшкәләрҙән ҡотолорға кәрәк;

-горшок һорарға һәм ултыра белергә. 1,5 йәштән подгузниктарҙан баш тартырға;

-төрлө аҙыҡ ашай белергә. Күпселек өс йәшлек балалар аҙыҡты һайлап ашай. Ата-әсәләргә өй ашын баҡсаныҡына яҡынайтырға кәрәк;

-өлкәндәр менән аралаша белергә. Күпселектә баланың телен тик әсәһе генә аңлай. Ҡайһы бер балалар ишара менән һөйләшә, әсәһе аңлаясаҡ, тип уйлай. Дөрөҫ һөйләргә өйрәтегеҙ;

-балалар менән уйнай белергә. Психологтар бәләкәй балалары булған ғаиләләр менән аралашырға тәҡдим итә, балалар майҙансыҡтарында, ҡомда уйнарға кәрәк.

Һәр саҡ баҡсанан ҡайтҡас, баланан көнө нисек үтеүе менән ҡыҙыҡһынырға онотмағыҙ. Ыңғай моменттарға баланың иғтибарын йәлеп итегеҙ, сөнки ата-әсәләр балала баҡсаға ҡарата ыңғай фекер тыуҙырырға һәләтле. Түҙемле булығыҙ, аңлайышлы, һиҙгер булығыҙ. Шул саҡта балаға баҡса яҡшы таныш һәм ҡәҙимге донъяға әүереләсәк.


М. ХӘЛИТОВА,

Фёдоровка ауылы “Ҡыңғырау” балалар баҡсаһы мөдире.
Читайте нас: