+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Октябрь 2018, 10:56

Мал аҙығы запасы ҡышлатыуға етәсәк

Районыбыҙҙың ауыл хужалығы предприятиелары өсөн һөт малсылығы мөһим килем сығанағы булып тора. “Линар” йәмғиәтендә (Гавриловка ауылы) һөт етештереү күләмен арттырыу өсөн барыһы ла эшләнә. Бына быйыл да туғыҙ айға эш йомғаҡтары буйынса линарҙар былтырғының ошо осоро менән сағыштырғанда яҡшыраҡ һөҙөмтәгә ирешкән.

Хужалыҡтың малсылыҡ коллективы ябай ҡағиҙәгә таянып эшләй- ҡышын һөттө күп алыу өсөн һыйырҙарҙы ашатыу рационын үтәйҙәр һәм тейешенсә тәрбиәләйҙәр. Әммә тәүге сиратта малдарҙың продуктлылығына мал аҙығының сифаты йоғонто яһай, шуға ла мал аҙығы культураларын үҫтереү, уларҙы запас менән, тик юғары сифатлы итеп әҙерләү өҫтөнлөклө эш йүнәлеше булып тора.

“Линар” йәмғиәте етәксеһе Вильнар Скрынников ҡышлатыуға 10 мең центнер фураж, 40 мең центнер сенаж, 6,5 мең центнер бесән һәм 20 мең центнерҙан ашыу һалам әҙерләнеүе хаҡында әйтте. Хужалыҡтың ике бүлексәһендә 768 баш һыйыр малы аҫрала, шуларҙың 348-е һауым һыйырҙары. 65 үгеҙ һимертеүгә ҡуйылған, уларҙың ауырлығы 3-4 центнерға етә, берәр айҙан һатырға ла була. Малдарҙың барыһы ла мал аҙығы менән тулыһынса тәьмин ителгән, запас та арыу.

Мал аҙығы әҙерләү звеноһы эшен дауам итә. Әле механизаторҙар силос һалыу менән мәшғүл. КСК Полесье-600 сапҡысында Көҫәпҡолов Марсель эшләй. КамАз-дарҙа Мырҙаҡаев Руслан менән Рафиҡов Рим силосты соҡорға ташый, уны К-700 тракторында Руслан Асҡаров тығыҙлай. Кукуруз 154 гектар майҙанға сәселгән, яртыһынан күбеһе йыйып алынған инде. 10 мең центнер силос һалынған.

Ошо көндәрҙә линарҙар малдарҙы ҡышҡы аҫрауға күсергән. Был миҙгелгә хужалыҡта яҡшы әҙерләнгәндәр, биналарҙы ремонтлағандар, һыйыр аҙбарҙарында яҡтыртыуҙы яҡшыртҡандар, тәҙрәләрҙе һәм ишектәрҙе йылытҡандар. Кәртәләр тиреҫтән таҙартылған һәм тиреҫ сығарыу транспортерҙары ҡуйылған. Малдарҙы даими һыу менән тәьмин итеү өсөн һыу системаһы ремонтланған.

Татьяна ЗӘЙНУЛЛИНА.

Роман ПОДПОРИН фотоһы.
Читайте нас: