-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Октябрь 2018, 11:16

Водитель – универсал

Яңы Яуыш ауылынан Рифат Ғәбдрәшитов бәләкәйҙән шофер булырға хыялланған.

Шуға ла мәктәпте тамамлағандан һуң Күмертау ҡалаһында ДОСААФ автомәктәбенә уҡырға ингән. Таныҡлыҡ алғас, “Пугачев” совхозына эшкә урынлашҡан. Ике йыл армия хеҙмәте лә руль артында үткән. Демобилизацияланғандан һуң йәнә совхозға ҡайтҡан, һуңынан “Дуҫлыҡ” колхозында водитель булып эшләгән. Хәҙер бер нисә йыл инде “Маяҡ” йәмғиәтендә ошо белгеслеге буйынса эшләй.

Тәжрибәле водитель бурысын намыҫлы башҡара, ауылдаштары һәм коллегалары араһында абруй ҡаҙанған. Тырыш, итәғәтле кеше ул. Беҙҙең менән әңгәмәләшкәндә Рифат Миҙхәт улы районда унан башҡа ла һөнәрмән водителдәр күп тип, гәзиткә яҙыуыбыҙға ҡаршы төшөп маташты. Әммә 35 йыллыҡ стажлы водитель хаҡында яҙмай була тиме ни!

Ошо ваҡыт эсендә Рифат Миҙхәт улы ысын һөнәрмәнгә әйләнгән- ЗИЛ һәм КамАЗ менән оҫта идара итә, машиналарын үҙ аллы ремонтлай. Йәй һайын ураҡта, мал аҙығы әҙерләүҙә, яҙын сәсеү эштәрендә ҡатнаша. Быйыл ураҡта ике комбайндан игенде яңғыҙы ташыған. Ырҙын табағына 15 мең центнерҙан ашыу ашлыҡ һәм хужалыҡ келәттәренә унан да күберәк иген ташыған.

“Маяҡ” йәмғиәте етәксеһе С.Ә. Дәүләтбаев водителдең эше менән ҡәнәғәт булыуын белдерҙе. Пунктуаль, яуаплы, бурыстарын намыҫлы башҡара, тине. Коллегалары һәм дуҫтары уны изгелекле, тауыш сығарырға яратмай, ғәҙел эшсе тип ҡылыҡһырланы. Һәр хәлдән сығыу юлын таба белә, кешегә ниндәй мөнәсәбәттә булһаң, үҙеңә лә шулай ҡарайҙар, тип ышана.

Рифат Миҙхәт улы өҫтәүенә яҡшы ғаилә башлығы ла. Яҡындары өсөн ышаныслы терәк. Ҡатыны Рәсимә Рауил ҡыҙы хаҡлы ялға сыҡҡансы, почтальон булған, әле йорт мәшәҡәттәре менән мәшғүл, иренең эштән ҡайтыуын тәмле аш-һыуы менән ҡаршылай. Ҡыҙҙары Раушания Мәләүез гимназияһында һигеҙенсе синыфта белем ала. Атай-әсәһенең йортона һағынып ҡайтып йөрөй.

Татьяна ЗӘЙНУЛЛИНА.

Роман ПОДПОРИН фотоһы.
Читайте нас: