+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Октябрь 2018, 11:07

Форма кейгән ҡыҙ

Суд приставтары һөнәри байрамдарын беренсе ноябрҙә билдәләй. Уларҙың тормоштағы хеҙмәте ҡатмарлы хәлдәргә ҡағылышлы, бурыслылар менән эшләүҙән ғибарәт. Байрам алдынан БР Фёдоровка районы суд приставтары хеҙмәте бүлегенең суд приставы- үтәтеүсеһе Татьяна Александровна Суслова менән әңгәмәләштем.

Татьяна БДУ-ла иҡтисади белем алған. Атаһы һымаҡ, форма кейеү теләге менән янған. Сөнки форма кейгән ҡыҙ матур була бит. Татьяна үҙе әйтеүенсә, тәүҙә эштә ауыр булған, әммә коллегаларының ярҙамы менән бурыстарын еңел башҡарырға өйрәнгән. Коллективтары татыу, берҙәм.

Маҡсатсан хеҙмәткәр эшенең күп булыуына ҡарамаҫтан, бурыстарын намыҫлы башҡара. Нәҡ ул кредит түләүҙәре, һалымдар, штрафтар түләтеү һәм милек булмаған характерҙағы үтәтеү производствоһы менән шөғөлләнә. Башҡарырға кәрәкле 123 млн һумлыҡ бер мең ярымдан ашыу үтәтеү документтары менән эшләй. Ул коллективтың ышанысын аҡларға тырыша.

Татьяна Суслова яҡшылар иҫәбендә тора, коллегалары араһында ихтирам ҡаҙанған. Уның фотоһы Рәсәй Федераль суд приставтары идаралығы аппаратының почёт таҡтаһына эленгән. Ул БР баш суд приставы- Идаралыҡ етәксеһе И.А. Мәхмүтовтың Рәхмәт хатына лайыҡ булған.

Татьяна Александровна коллегаларын һөнәри байрамдары менән ҡотлай, түҙемлек, көс-дәрт, сәләмәтлек, ғаилә именлеге, бәхет теләй.

Оксана БУРКИНА.

Фото ғаилә альбомынан.
Читайте нас: