-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Ноябрь 2018, 12:02

Район йәштәргә мохтаж

Уҙған йома Гончаровка ауыл мәҙәниәт йортонда көнүҙәк темаға -йәштәрҙең мәшғүллегенә бағышланған район форумы уҙҙы.

Уны район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Э.Н. Сәлишев асты. “Гражданлыҡ йәмғиәтенең үҫеше йәштәрҙең йәмәғәт тормошонда нисек ҡатнашыуына бәйле”,- тине йыйылыусыларҙы сәләмләп Эдуард Наил улы. Ул райондағы йәштәр һаны статистикаһы мәғлүмәттәрен килтерҙе, уларҙың мәшғүллеге, ҡалаларға, республиканан ситкә миграция ағымы хаҡында һөйләне. Сығышының күпселек өлөшө йәш, күп балалы ғаиләләргә, эш башлаусы эшҡыуарҙарға дәүләт ярҙамына бағышланды, районға кәрәкле белгестәрҙе атап үтте. Юғары уҡыу йорттарында маҡсатлы юллама буйынса белем алып, районға ҡайтыусыларҙың әҙ булыуын билдәләне. Һөҙөмтәлә район педагогика, медицина кадрҙарына, ауыл хужалығы, сауҙа, мәҙәниәт белгестәренә мохтажлыҡ кисерә. Форумда нәҡ шулар хаҡында йәштәр менән һөйләшке килде лә.

Гончаровка ауыл советы ауыл биләмәһе башлығы Ғ.М. Иҙрисов биләмә проблемалары хаҡында ҡыҫҡаса һөйләне. Мәғлүмәт- консультация үҙәге директоры Юлия Мәхмүтова ауыл хужалығы юғары уҡыу йорттарын һәм махсус уҡыу учреждениеларын тамамлаусыларҙың ниндәй ярҙам алыуҙарын билдәләне. Үҙе 2008 йылда 100 мең һум күләмендә ярҙам алыуын, әле был сумманың ярты миллионға етеүен әйтеп үтте. “Йәш белгескә был арыу ярҙам, тип иҫәпләйем”,- тине Юлия Динар ҡыҙы.

Район мәктәптәрендә кадрҙар етмәүе проблемаһы хаҡында мәғариф бүлеге начальнигы Р.Т. Исмәғилев билдәләп үтте: “Яҡындағы 5-6 йыл эсендә йәш белгестәр ҡайтмаһа, мәктәптәрҙә эшләргә кеше ҡалмаясаҡ. Ашығыс рәүештә физика, математика, рус теле, сит ил телдәре уҡытыусылары кәрәк. Йәш кадрҙар, яңы идеялар, маҡсаттар кәрәк.”

-Әле район дауаханаһына 15 табип һәм өс фельдшер эшкә килде, ләкин барыбер ҙә кадрҙар дефициты бар,- тип сығышын башланы Р.В. Хәбибуллин. Ул ҡалаға киткән ҡайһы бер табиптарҙың ҡала тормошо ауырлыҡтарына юлыҡҡандан һуң кире ҡайтырға ҡарар итеүҙәрен билдәләне, сөнки ауылда һауа ла, аҙыҡ-түлек тә экология яғынан таҙа, мәшғүллек һәм балалар хәүефһеҙлеге менән дә проблемалар әҙерәк, эш хаҡы ла яҡшы, физкультура-һауыҡтырыу комплексында шөғөлләнеү мөмкинлеге бар. Руслан Вәсил улы ФАП-тарҙа һәм дауаханала мәктәп уҡыусылары-ирекмәндәрҙең ярҙамынан файҙаланырға тәҡдим итте, нәҡ уларға медицина юғары уҡыу йорттарына маҡсатлы йүнәлтмәләр бирергә кәрәклеген билдәләне.

Форумда йәш эшҡыуарҙар Рим Айытов - фермер һәм матурлыҡ студияһы хужаһы Татьяна Федяева сығыш яһаны. Улар район хакимиәтенән ярҙам алып, эштәрен башлап ебәреү өсөн кәрәкле әйберҙәр һатып алған, әле тәжрибәләре менән уртаҡлаштылар. “Үҙ эшең- еңел түгел, был тәү сиратта үҙ өҫтөңдә эшләү. Кемдер килеп һеҙҙең өсөн нимәлер эшләгәнен көтөп ултырмағыҙ”, -тип мөрәжәғәт итте залда ултырыусыларға Татьяна Владимировна. Мәҙәниәттә кадрҙарҙың етмәүе буйынса үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы директоры З.Р. Мөхәмәтйәнова һөйләне. Эдуард Наил улы йәштәргә социаль селтәрҙәрҙе тәнҡит өсөн түгел, ә һуңынан бергәләп хәл итер өсөн тәҡдимдәр, идеялар өсөн файҙаланырға тәҡдим итте.

Сараның икенсе өлөшө ВЛКСМ-дың 100 йыллығына бағышланды. Залда саҡырылыусылар араһында комсомолдар- төрлө йылдарҙағы активистар ҙа бар ине. 1970-80 йылдарҙа Йәштәр вожактары Н.И. Дегтярева менән Ф.З. Зөбәйеровтың сығыштарының ҡыҙыҡлығын ишетһәгеҙ! Район комсомол комитетының беренсе секретары, артабан республиканың эске эштәр министры булып китеүсе тураһында һуғыштан һуңғы йылдарҙағы активистка Э.Ф. Зөбәйерова бәйән итте. Сараны алып барыусылар А. Петрова менән В. Мингалев йәмәғәт ойошмалары тарихы хаҡында һөйләп, сәхнәгә үҙешмәкәр артистарҙы саҡырҙы, улар комсомол йәшлектәре тураһында йыр йырланы. Залдағылар уларға ҡушылып ултырҙы.


Светлана ЗАЙЦЕВА.
Читайте нас: