- Елизавета Сергеевна, һеҙҙең предприятие тормош өсөн бик кәрәкле функцияны башҡара – бөтә халыҡты һыу менән тәьмин итә. Уны тотонған өсөн һуңғы иҫәп ҡағыҙҙары барыһын да аптыратты. Ни өсөн былай булды был, тип борсола улар. Беҙ был һорауҙы һеҙгә бирәбеҙ.
-Эйе, беҙ, әлбиттә, мәсьәләнең ауырлығын яҡшы аңлайбыҙ. Ә бына халыҡ -киреһенсә, һыу менән тәьмин итеү системаһының нисек эшләүен аңлап та еткермәй, ахыры.Тәү сиратта “Водоканал” – бюджет түгел, ә Фёдоровка, Гончаровка, Бала Сытырман ауылдарын һыу менән тәьмин итеү менән шөғөлләнеүсе коммерция ойошмаһы. Беҙҙең эшмәкәрлегебеҙ йыһаздарыбыҙҙың һәм аппаратураның эшләүен көйләүсе энергия менән тәьмин итеү ойошмалары менән бәйле. Шулай уҡ эшселәргә эш хаҡы биреүҙән тыш, йыһаздарҙы алмаштырып торорға, ремонтҡа һәм башҡа мохтажлыҡтарға ла сығымдарҙы ҡапларға тейешбеҙ.
- Аңлашыла, тик халыҡтың был мохтажлыҡтарына бюджеттан да ниндәйҙе күсереүҙәр булырға тейеш тә инде. Һеҙ үҙ эшегеҙҙә ниндәй хоҡуҡи документтарға таянып эш итәһегеҙ?
- Беҙ өс документҡа таянып эшләйбеҙ: 2009 йылдың 23 ноябрендәге 261-се “Энергияны һаҡлау һәм энергетика һөҙөмтәләлеген күтәреү тураһында” Федераль закон, 2011 йылдың 7 декабрендәге 416-сы “Һыу менән тәьмин итеү һәм һыу бүлеү тураһында” Федераль закон, РФ Хөкүмәтенең 2011 йылдың 6 майындағы 354-се, 2013 йылдың 16 апрелендәге 344-се, 2016 йылдың 29 июнендәге коммуналь хеҙмәттәр күрһәтеү мәсьәләләре буйынса ҡарарҙары, шулай уҡ РФ Торлаҡ кодексы, райондың тариф комиссияһы ҡарарҙары.
- Һыу өсөн түләү ҡағыҙындағы үҙгәрештәр хаҡында ниҙәр әйтерһегеҙ, улар нимәгә бәйле?
- Сентябрҙә ҡулланылған һыуҙы иҫәпләүҙе алып барыуҙа юғарыла атап үтелгән хоҡуҡи акттарҙың тулыһынса файҙаланылмауы хаҡында әйткәйнем инде. Һыу энергия ресурсы булып тора һәм иҫәпләнергә, экономияланырға һәм түләнергә тейеш. Һыуҙы иҫәпләү приборын ҡуйып, кеше үҙ сығымдарын контролләй, был мәсьәләне көйләй ала. Халыҡты иҫәп приборҙары ҡуйҙырыуға йәлеп итеү өсөн РФ Хөкүмәтенең һыуҙы ҡулланыу номативын күтәреү буйынса 2013 йылдың 16 апрелендәге 344-се, 2016 йылдың 29 июнендәге 603-сө ҡарарҙары ҡабул ителде. 2018 йыл өсөн ул 1,6 тәшкил итә.
-Иҫәп приборҙарын ҡуйғас һеҙҙең иҫәпләүҙәрегеҙ кәмемәҫме һәм “Водоканал” йәмғиәтенең хәле насараймаҫмы икән?
- Эйе, ундай хәүеф бар. Әммә беҙ теүәл иҫәп алып барылыуына ирешергә, ҡойоларҙан һыуҙы иҫәп приборын ҡуймайса алыуға юл ҡуймаҫҡа тырышасаҡбыҙ. Алынған хеҙмәт өсөн түләргә яратмаған кешеләрҙе хеҙмәтләндермәгән газ һәм электр энергияһы тармаҡтары кеүек эшләйәсәкбеҙ. “Бурҙар” өсөн РФ Енәйәттәр тураһындағы кодексының 158-се статьяһы, “Алдау һәм ышаныстан яуыз ниәт менән файҙаланып зыян килтереү” 165-се статьяһы ҡаралған.
- Һеҙҙең энергетиктар алдында бурысығыҙҙың нисек барлыҡҡа килеүен тағы бер аңлатып китмәйекме?
- Ҡайһы берәүҙәр һыуҙы Хоҙай бүләге тип ҡабул итә һәм ул түләүһеҙ булырға тейеш, тип иҫәпләй. Быға ни өсөн бензин ҡыйбат һуң, нефть тә тәбиғи байлыҡ бит, тип әйтке килә. Эйе, һыу – ҡиммәтле бүләк һәм ул өйҙәребеҙгә былай ғына килмәй. Ер аҫтындағы һыуҙы өйҙәргә тиклем ағыҙып алып барып еткереү процесы ла сығымлы шул. Һыу иғтибар, һаҡсыл ҡараш талап итә, уның ресурстары ла бөтмәҫлек түгел бит. Мин эсәр һыу хаҡында әйтәм. Энергетиктарҙың эшендә бөтә нимә лә дәүләт кимәлендә көйләнә, ә сығымдары компенсациялана, улар электр энергияһына хаҡты үҙҡиммәте буйынса ҡуя, ә беҙҙең быға хоҡуғыбыҙ юҡ. Шулай, 9 ай йомғаҡтары буйынса һыуҙың үҙҡиммәте 40,59 һум куб/м булды, ә тариф – 36,26 һум куб/м. күреүебеҙсә, беҙ үҙебеҙгә зыянға эшләйбеҙ.
- Был хәлдән сығыу юлын нимәлә күрәһегеҙ һуң?
- Көн дә түләмәүселәр менән эшләү, электр энергияһын экономиялау, етешһеҙлектәрҙе ваҡытында бөтөрөү предприятиеның хәлен яҡшыртыу мөмкинлеген бирер, тип уйлайым.
- Изге ниәттәрегеҙҙе бойомға ашырыуҙа һеҙгә һәм коллективығыҙға уңыштар юлдаш булһын. Яуаптарығыҙ өсөн рәхмәт. Артабан да был теманы дауам итербеҙ, тип уйлайым. Сөнки беҙҙең, ҡулланыусыларҙың да үҙ талаптарыбыҙ һәм һорауҙарыбыҙ бар: беҙ эскән һыуҙың сифаты ниндәй, өйҙәребеҙгә һыу ниндәй торбалар аша килә.