-Гөлнара Сынтимер ҡыҙы, театрығыҙҙы нисек ойоштороуығыҙ, был еңел булмаған эшкә нисек баҙнат итеүегеҙ хаҡында һөйләп үтмәҫһегеҙме?
-Кешеләр, ғаиләләр менән эшләгәндәрҙең бурысы- үҙ-ара мөнәсәбәттәр мәҙәниәтен булдырыу, гармониялы, сәләмәт рухлы балалар тәрбиәләү маҡсатында клубтар менән эшмәкәрлекте һәм дөйөм мәнфәғәттәрҙе берләштереү. Мине ғаиләләр менән эшләү формаһы йәлеп итте һәм ғаилә театры ойоштороу ҡарары тыуҙы. Тормош иптәшем, ауыл мәҙәниәт йорто мөдире Илдус Шәүҡәт улы мине хупланы һәм ярҙам итте.
“Аманат” театры 15 йыл эшләп килә, уның үҙ репертуары, тамашаһы бар. 2015 йылда беҙ талантлы ауылдашыбыҙ, яҙыусы-драматург Мөҙәрис Багаевтың “Ике төш” тамашаһын ҡуйып, “халыҡ театры” исеменә лайыҡ булдыҡ. Быйыл коллективыбыҙ Әнғәм Атнабаевтың “Мөхәббәт тураһында йыр” тамашаһын күрһәтеп, был исемгә лайыҡлы булыуын йәнә бер иҫбатланы.
-Нимә һуң ул ғаилә театры? Был төшөнсә нимәнән ғибарәт?
-Ғаилә театры ҙур тәрбиәүи һәм белем биреү әһәмиәтенә эйә, балаларҙы ла, ололарҙы ла сәнғәткә этәрә. Театр ғаиләнең ялын ойоштороуҙа айырым урын биләй. Шул арҡала ғаилә үҙ фекерен һәм хистәрен күрһәтергә, төрлө хәлдәрҙә юғалып ҡалмаҫҡа, аралашырға өйрәнә. Ғаиләләге мөнәсәбәттәр, шул иҫәптән балалар-өлкәндәр мөнәсәбәте нығый.
-Театрҙың эшен нисек ойоштораһығыҙ, балаларҙы, ата-әсәләрҙе тамашаларҙа ҡатнашыуға нисек йәлеп итәһегеҙ?
-Ғаилә театрын ойоштороуҙа сәхнәлә сығыш яһарға яратҡан кешеләр ҡатнаша. Мин, етәксе булараҡ, инициаторы булып торам, репертуарҙы, актерҙарҙы һайлайым. Һәр ата-әсәнең, баланың шәхси мөмкинлектәре менән танышам. Мәҙәни- ял учреждениеһы белгестәре, музыка белгестәре менән берлектә театрлаштырыу өсөн материалды туплайбыҙ. Һәр кешенең холҡон, оҫталығын иҫәпкә алып ижади төркөм йыям. Коллективтың, кешеләрҙең фекерен, теләктәрен иҫәпкә алабыҙ. Даими ҡатнашыусылар ҙа бар, яңы кешеләрҙе лә йәлеп итәбеҙ. Бик оялсандар ғына ризалашмай.
Ата-әсәләргә ғаилә театры яңы белем, төрлө эмоциялар, балаһын яҡшыраҡ аңлау, бала менән бергә хис-тойғоларҙы кисереү мөмкинлеген бирә. Ә бала тамашаларҙа ҡатнашып, тиҫтерҙәре, ололар араһында йәшәргә, үҙен тоторға, донъяны аңларға өйрәнә.
-Иң беренсе тамашағыҙҙы хәтерләйһегеҙме?
-Әлбиттә, түге аҙымдарҙы, тәжрибәне онотоу мөмкин түгел. Был Таңсулпан Ғәрипованың “Китмәгеҙ, торналар” драмаһы ине. Аҡсуриндар, Хәлитовтар, Үзбәковтар ғаиләләре ҡатнашты. Барыһына ла оҡшаны тамаша. Шундай көслө эмоциялар, шатлыҡ кисерҙек һәм эшебеҙҙе дауам итергә булдыҡ. Мостай Кәримдең “Өс таған” хикәйәһе , Гөлүсә Кашапованың “Ҡыҙыл алмалар“ әҫәре буйынса тамаша беҙгә көс бирҙе. Шунан “Күсенеүселәр”, “Батыр ауылына нигеҙ һалыу”, “Йорт төҙөү” тамашалары булды.
Урал менән Дамира Хәмитовтарҙың, Венер менән Айгөл Хәлитовтарҙың, Фәһим һәм Хәлиҙә Хәлитовтарҙың әүҙем ғаиләләре арҡаһында тәүге аҙымдарыбыҙ уңышлы булды, ғаилә театрының артабанғы эшмәкәрлегенә илһам һәм ышаныс бирҙе.
-Ҡыҙыҡлы әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт.
Гөлрайхан БАҠЫЕВА әңгәмәләште.