Күргәҙмә экспозицияһы сиктәрендә унда ҡатнашыусылар үҙ продукцияларын халыҡ-ара мәҙәни мираҫ өлөшө булараҡ тәҡдим итте, үҙенсәлекле биҙәүестәр һәм милли кейемдәр, ҡул менән эшләнгән уйынсыҡтар һәм картиналар, тиренән мозаика һәм боронғо техника буйынса сигеү, селтәрҙәр һәм ағаста һүрәт төшөрөү, рус мехтары һәм башҡалар күрһәтелде.
Гүзәл үҙе эшләгән ҡатын-ҡыҙҙар биҙәүестәре, түшелдеректәр, баш кейемдәре коллекцияһын тәҡдим итте. Был сәнғәткә һөйөү әсәһенән килә. Ҡул эштәре менән мауығыу- был ғаиләлә быуындан- быуынға күсеп килгән күркәм ғәҙәт.
-Ата-бабаларыбыҙҙан беҙгә традицион кейемдәр һәм биҙәүестәр мираҫ булып ҡалды, улар быуаттар уҙған һайын үҙенсәлеклерәк була бара, халҡыбыҙҙың эстетик идеалдарын аса. Әле тағы милли кейемдәр менән ҡыҙыҡһыныу арта. Тәңкәләр һәм төҫлө төймәләр- ҡашмау, селтәр, һаҡал, яға- башҡорт ҡатындарының иң баһалы һәм матур биҙәүестәре булып тора. Миңә был кәсеп әсәйем менән өләсәйемдән күсте. Әсәйем Багаева Хәлисә Шаһыбал ҡыҙы - ҙур тәжрибәле ҡул эштәре оҫтаһы. Йомабикә өләсәйем дә оҫта тегеүсе булған. Әсәйем оҙаҡ йылдар дауамында республикабыҙ халҡын эштәре менән ҡыуандыра, бөтә ҡул эштәре күргәҙмәләрендә лә әүҙем ҡатнаша. Шөғөлөнә мине генә түгел, ейәнсәре Зәлифәне лә өйрәтеүенә ҡыуанып бөтә алмай. Башҡорт милли биҙәүестәрен эшләү минең өсөн эш тә, мауығыу ҙа, хобби ҙа түгел. Был минең тормошомдоң бер өлөшө,- тип һөйләй Гүзәл.
Һәр биҙәүес һөйөү һәм күңел йылыһы һалып эшләнгән. Биҙәүестәр эшләүгә ул тырышып, яуаплы тотона.
Элегерәк түшелдеректәр юғары баһаланған- яҡшы эшләнгән түшелдерек алыу өсөн атты ла йәлләмәгәндәр. Францияла ла башҡорт милли түшелдеректәре популярлыҡ яулаған, ҡайһы берәүҙәр уларҙы музей экспонаты һымаҡ ҡараһа, икенселәре үҙҙәренең кейемдәренә стилле аксессуар итеп һатып алған.
-Тәүҙә китаптар байҡаным, музей экспонаттарын ҡараным, шунан шулар нигеҙендә үҙемдекеләрҙе ижад иттем. Элек көмөш тәңкәләр, ҡортбаштар менән биҙәлгән түшелдеректәр тағып йөрөгәндәр. Улар бетеү кеүек булған, күҙ тейеүҙән, насар рухтарҙан һаҡлай, тип һаналған. Аҡсалары булмағанда түшелдеректәрҙәге тәңкәләр менән һалым түләгәндәр, улар урынына төймә йәиһә ҡортбаштар тегеп ҡуйғандар. Мин әлеге тәңкәләрҙән ауыр түшелдеректәр һәм көндәлек тормош өсөн тәбиғи таштар менән биҙәлгәндәрен дә эшләйем,- тип һөйләй оҫта.
Форум барышында Францияла урта һәм кесе бизнесҡа-эшҡыуар ҡатындарға ярҙам мәсьәләләре буйынса пленар ултырыш, дискуссиялар уҙған. Форумда ҡатнашыусылар уңыштарға ирешеү серҙәре менән уртаҡлашҡан.
Сара сиктәрендә “Оранжери” паркы ресторанында рәсми табын ҡоролған, унда 1000 ҡунаҡ саҡырылған. Киске осрашыу барышында Хорватия, Франция һәм Рәсәй дизайнерҙарының модалар күргәҙмәһе уҙған.
I “Ҡатын-ҡыҙ ҡулдары менән” Халыҡ-ара күргәҙмә форумында ҡатнашыусыларға сертификаттар тапшырылған.