+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Июль 2019, 12:10

Хеҙмәт министрлығы әсә капиталын срокһыҙ итергә тәҡдим итте

Рәсәй Хеҙмәт министрлығы әсә капиталы программаһын билдәле бер ваҡытһыҙ итергә тәҡдим итте.

Рәсәй Хеҙмәт министрлығы әсә капиталы программаһын билдәле бер ваҡытһыҙ итергә тәҡдим итте. Был турала ведомство башлығының беренсе урынбаҫары Алексей Вовченко хәбәр итте.

Ул ведомствола был программа буйынса түләүҙәрҙең күләмен даими индексациялауҙы индереү кәрәк тип һанауҙарын билдәләне.

Элегерәк шуға оҡшаш тәҡдим менән Федерация Советы спикеры Валентина Матвиенко ла сығыш яһағайны. Ул әсә капиталы программаһын 2025 йылға тиклем оҙайтырға кәрәклеге тураһында белдергәйне. Спикерҙың һүҙҙәренә ҡарағанда, был ҡарарҙы йыл аҙағына тиклем ҡабул итергә мөмкиндәр.

Әсә капиталы программаһы Рәсәйҙә 2007 йылдан бирле ғәмәлдә. РФ Президенты Владимир Путиндың указына ярашлы, ул 2021 йылға тиклем оҙайтылғайны. Һәр ғаилә икенсе йәки артабанғы балалары тыуған осраҡта 453,026 мең һум күләмендә аҡса ала. Был аҡсаны торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға, баланы уҡытыуға йәки әсәнең пенсияһына тотонорға мөмкин.
#национальныепроекты

#нацпроекты

#региональныепроекты

#регпроекты

#нацпроектыбашкортостан

#владимирпутин


Яңылыҡ сығанағы: https://ria.ru
Читайте нас: