+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Август 2019, 16:19

Рәсәй Почтаһы Башҡортостандың балалар социаль учреждениеларына уҡыу кәрәк-яраҡтары менән посылкалар ебәреүҙе ойоштора

Белем көнө алдынан Рәсәй Почтаһы социаль акция башланыуы тураһында иғлан итә. Уның барышында теләгән һәр кеше республиканың балалар социаль учреждениеларына, уҡыу кәрәк-яраҡтары менән посылкалар һалып, ярҙам итә ала.

Белем көнө алдынан Рәсәй Почтаһы социаль акция башланыуы тураһында иғлан итә. Уның барышында теләгән һәр кеше республиканың балалар социаль учреждениеларына, уҡыу кәрәк-яраҡтары менән посылкалар һалып, ярҙам итә ала. Һәр почта бүлексәһендә әҙер йыйылмалар бар инде, уларға дәфтәрҙәр, рәсем төшөрөү өсөн альбом, акварель буяуҙары, ручкалар һәм ҡәләмдәр инә. Кешеләргә һайлап алыу еңелерәк булһын өсөн, бүлексәләр операторҙарында 1 сентябргә посылка һалып булған төбәктәрҙең балалар социаль учреждениелары исемлектәре бар. Исемлектән тыш, посылканы Рәсәй Федерацияһында урынлашҡан теләһә ниндәй башҡа балалар учреждениеһына ла ебәрергә мөмкин. Стандарт йыйылманы башҡа кәрәк-яраҡтар менән дә тулыландырырға була. Рәсәй Почтаһының Башҡортостан филиалы етәкселеге республиканың балалар социаль учреждениеларының бер генә тәрбиәләнеүсеһе лә республикабыҙ халҡы бирә алған йылыһыҙ һәм иғтибарһыҙ ҡалмаҫ, тип өмөтләнә.
Читайте нас: