+17 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Сентябрь 2022, 07:46

Ҡалтасы районы мәҙәниәт учреждениелары Бөтә Рәсәй айыҡлыҡ көнөнә ҡарата саралар үткәрҙе

Ҡалтасы районында Бөтә Рәсәй айыҡлыҡ көнөнә ҡарата «Демография» милли проекты сиктәрендә алкоголь ҡулланыуҙы иҫкәртеүгә, сәләмәт йәшәү рәүеше нигеҙҙәрен булдырыуға йүнәлтелгән саралар үтте.

Ҡалтасы балалар моделле китапханаһында үҫмерҙәр араһында һыра алкоголизмына арналған әңгәмә уҙҙы.

Ҡалтасы район китапханаһында  «Мин сәләмәтлекте һайлайым»  әңгәмәһе ойошторҙолар.

Әмзебаш ауылы мәҙәниәт йорто белгестәре алкоголизмға бәйлелеккә ҡаршы көрәш һәм айыҡ йәшәү рәүешен популярлаштырыу маҡсатында «Беҙ айыҡлыҡ яҡлы» акцияһын                            үткәрҙе.

Түбәнге Ҡасмаш ауылында мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре мәғлүмәт акцияһын ойошторҙо.

Яңылыҡ сығанағы: https://kaltasin.bashkortostan.ru/

Фото сығанағы: https://contenta.info/press_releases/314469

Автор:Лилия Кантимерова
Читайте нас: