+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Сентябрь 2022, 09:03

Башҡортостанда ауыл хужалығы техникаһы етештереү предприятиеһы «Хеҙмәт етештереүсәнлеге» милли проектында ҡатнашты

Башҡортостанда «БАШАГРОМАШ» акционерҙар йәмғиәте алдынғы ойоштороу методикаларын индереү иҫәбенә үҙенең конкурентлыҡ һәләтен күтәрә ала.

Башҡортостанда ауыл хужалығы техникаһы етештереү предприятиеһы «Хеҙмәт етештереүсәнлеге» милли проектында ҡатнашты
Башҡортостанда ауыл хужалығы техникаһы етештереү предприятиеһы «Хеҙмәт етештереүсәнлеге» милли проектында ҡатнашты

Башҡортостанда «БАШАГРОМАШ» акционерҙар йәмғиәте алдынғы ойоштороу методикаларын индереү иҫәбенә үҙенең конкурентлыҡ һәләтен күтәрә ала. Был предприятиеның «Хеҙмәт етештереүсәнлеге» проектына ҡушылыуы арҡаһында мөмкин булды. Тейешле килешеүгә республика Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары - иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов ҡул ҡуйҙы.

«БАШАГРОМАШ» предприятиеһы ер эшкәртеү һәм мал аҙығы әҙерләү өсөн заманса машиналар, шулай уҡ сәнәғәттең төрлө тармаҡтары һәм ауыл хужалығы өсөн стандарт булмаған ҡорамалдар етештерә. Стәрлетамаҡ районында урынлашҡан предприятиела 100-ҙән ашыу кеше эшләй.

 

Яңылыҡ сығанағы: https://economy.bashkortostan.ru/

Фото сығанағы: https://contenta.info/press_releases/317381

Автор:Лилия Кантимерова
Читайте нас: